-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
11 Ғинуар 2023, 16:20

Уҡыусылар өсөн тағы бер конкурс

Владимир Вернадский исемендәге төбәк тикшеренеү эштәре конкурсы быйыл һигеҙенсе тапҡыр ойошторола. Унда VII - XI синыф уҡыусылары ҡатнаша ала.

Уҡыусылар өсөн тағы бер конкурс
Уҡыусылар өсөн тағы бер конкурс

Ер тураһындағы фәндәр (геология, география, минералогия, метеорология һәм башҡалар), биология, экология, медицина, химия, математика, информатика, физика, астрономия, инженер тикшеренеүҙәре, шулай уҡ гуманитар йүнәлештә 

халыҡ мәҙәниәте, Рәсәй ауылдарының тарихы һәм мәҙәниәте, иҡтисад, социология һәм хоҡуҡ йүнәлештәре буйынса тикшеренеү эштәре ҡабул ителә. Күләм ун биттән артмаҫҡа тейеш. 

Ошо һылтанма буйынса 16 февралгә тиклем эштәрегеҙҙе ебәрергә кәрәк. Уңыштар теләйбеҙ. 

Бында конкурс тураһында тулыраҡ мөғлүмәт бирелгән. 

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды. 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: