-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
18 Ғинуар 2023, 16:50

Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр

Өфөнөң ”MISSBASH MODELS” моделдәр агентлығы моделе, Төркиәлә үткән ”Мисс Евразия – 2022” халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында төп титулды яулаусы Нурсилә Исхаҡова ла беҙҙең “Йәншишмә”-бүләк” изгелек кәштәһе” акцияһында ҡатнашҡайны. Әйткәндәй, ул моделдәр мәктәбенең балалар бүлеген етәкләй. Йыл аҙағында “Торатау” конгресс-холында уҙған “Башҡортостан һылыуы – 2022” матурлыҡ бәйгеһенең ойоштороусыһы ла булды. Унда еңеү яулаған Өфөнән йәш модель Екатерина Дульдий Таиландҡа барып, бәйгелә ҡатнашып ҡайтты. Ул ”Kids Stars International – 2022” халыҡ-ара балалар конкурсында тәүге бишәү иҫәбенә инде. Бәйге йомғаҡтары буйынса – дүртенсе вице-мисс, шулай уҡ ”Тамашасылар һөйөүе гүзәле” исемен дә яулаған. Әйҙәгеҙ, ошо һылыуҡайҙар мәктәбе  етәксеһе Нурсилә Ғәлләм ҡыҙы менән яҡындан танышып китәйек.

Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр
Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр

– Мин Баймаҡ районының Үрге Таулыҡай ауылы ҡыҙымын. Бәләкәйҙән матурлыҡ, фотоға төшөү, һылыуҡай бәйгеләре кеүек темалар менән ҡыҙыҡһындым. Мәктәптә уҡыған саҡтарҙа уҡ һылыуҡайҙар конкурсында ҡатнашып, гел призлы урындар яулай торғайным. Өфөгә уҡырға килгәс, “Баймаҡ һылыуҡайы” бәйгеһендә иң-иңе булдым. Йәнә баш ҡалабыҙҙа ойошторолған “Һылыуҡай”ҙа – III, шулай уҡ ҡала-ара офис хеҙмәткәрҙәре араһында үткәрелгән “Мисс-Яҙ” матурлыҡ конкурсында I урынға сыҡтым. Ә былтыр уҙған “Башҡортостан һылыуҡайы” республика ярышында Гран-при яулап, матур таж менән бүләкләндем. Ошо бәйгене ойошторған “Миссбашмоделс” моделдәр агентлығы артабан Төркиәлә үткән “Мисс Евразия – 2022” конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһарға тигән тәҡдим итте. Унда уңышҡа ирешеп, 10 иң-иңдәр араһына индем. “Милли һылыуҡай” исемен алып, шулай уҡ таж кейҙем. Ошо конкурстан һуң моделдәр агентлығы етәксеһе Луиза Закирйәнова миңә балалар моделдәр бүлеген асырға кәрәк тигәс,  эшкә тотоноп киттем. Август айында уҡ “Бәләкәй мисс” республика бәйгеһен ойошторҙом. Шунан моделдәр мәктәбенә ҡыҙҙарҙы йыйып, матурлыҡ дәрестәрен уҡыта башланым. Ай һайын балалар агентлығында фотопроекттар, дефиле буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелеп тора.

– Йыл аҙағында уҙған “Башҡортостан һылыуы – 2022” матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашыусы кескәйҙәр хаҡында ни әйтерһегеҙ?

– Бәйге бик матур булды. Ойоштороусылары – “Миссбашмоделс” моделдәр мәктәбе етәкселәре. Бәйгелә төрлө номинацияларҙа 43 гүзәл зат һынау тотто. Хатта 5 – 13 йәшлек балалар ҙа ҡатнашты. Быйылғы конкурс бигерәк тә сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ ине. Бер юлы 43 бәйгесе ярышҡа сыҡты бит! Быға тиклем республикала әлегеләй матурлыҡ бәйгеләре үткәрелгәне булманы. Аҙағында  һәр ҡатнашыусы ҡиммәтле матур таж, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды. Быйыл бәләкәйҙәрҙең ҡатнашыуы тамашаға йәм өҫтәне. Һәр береһе талантлы, ентекләп әҙерләнгән ине. Ҡарап туйғыһыҙ, һоҡланғыстар! Бигерәк тә үҙең менән таныштырыу ваҡытындағы сығыштар үҙенсәлекле булды. Һәр береһе нәзәкәтле киске күлдәктәрҙә дефиле күрһәтте.

Бәйгеселәр менән дә һөйләшергә булдым.

– Минең буш ваҡытым юҡ тиерлек, әммә бар ергә лә өлгөрөргә тырышам. Бейеү менән дә шөғөлләнәм. Шулай уҡ фортепианола уйнайым, инглиз телен ныҡлап өйрәнәм. Уҡыуҙа ла  беренселектән төшмәҫкә тырышам, гел “бишле” билдәһенә генә өлгәшәм. Был конкурста ла үҙемде һынап ҡарарға булдым. Башҡорт бейеүе менән сығыш яһаным. Ойоштороусылар юғары баһаланы. Ә бит ошо матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашыу күптәнге хыялым ине. Беҙҙә бәләкәй ҡыҙҙар өсөн конкурстар бик һирәк ойошторола. Бәйге тураһында иғланды интернетта күреп ҡалдыҡ. Хыялым тормошҡа ашты. Ойоштороусыларға, бигерәк тә Нурсилә Ғәлләм ҡыҙына рәхмәт әйтәм, – ти Өфөләге 48-се башҡорт лицейының VI синыф уҡыусыһы Сабина Нәбиуллина.

       Өфө районы Булгаков мәктәбенең IV синыф уҡыусыһы Милана Сашина үҙ тәьҫораттары менән бүлешеп:

–Мин дә балалар моделдәр мәктәбендә шөғөлләнәм. Улар ойошторған ике бәйгелә үҙемде һынап ҡараным. Икеһендә лә сығышым юғары баһаланып, йәғни вице-мисс титулына эйә булдым. Бындай конкурстарҙа ҡатнашыу үҙ-үҙеңә ышаныс өҫтәй һәм рухи яҡтан байыта. Матур күлдәктә сәхнәлә йөрөү, фотоға төшөү – бөтә ҡыҙҙарҙың да хыялылыр ул. Бәйге аҙағында таж кейеп, сәхнәлә балҡып тороуы – бигерәк матур мәл. Конкурста ҡатнашыуыма шатланып бөтә алмайым, – ти ул.

Өфөләге 169-сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Дарина Мусина:

– Барыбыҙға ла матур-матур йомшаҡ һәм ҙур уйынсыҡтар тапшырҙылар. Бәйгелә тағы ла ҡатнашырмын әле. Ҡыҙҙар, апайҙар – барыһы ла ныҡ сибәрҙәр. Ҡарап тороуҙары һоҡланғыс! Мине алып килгән әсәйемә, туғандарыма рәхмәт әйтәм, – тип ҡыуанысын йәшермәне.

Модель агентлығы етәксеһе Луиза Закирйәнованан Таиландтан еңеү яулап ҡайтҡан Екатерина Дульдий хаҡында ла һөйләүен үтендек.

– Конкурста ни бары 5 таж бар ине һәм шуларҙың береһе – беҙҙеке. Мин ошо кескәй ҡыҙ менән ғорурланам. Барыһын да һоҡландырҙы ул. Катя минең күҙ алдымда үҫә. Тәүге тапҡыр ул беҙҙең бәйгелә 2018 йылда ҡатнашҡайны. Хәҙер ананиндәй уңыштарға ирешә, – тине ул.

Ысынлап та, ошондай саралар матур уҙһын тип, бөтә көсөн һалып тырышҡан ойоштороусылар һәм балалары өсөн йүгереп йөрөгән ата-әсәйҙәр маҡтауға лайыҡ. Илһамланып эшләп йөрөүсе, моделдәр мәктәбенең балалар бүлеген етәкләүсе Нурсилә Ғәлләм ҡыҙы Исхаҡова ла һоҡландыра!

Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр, тиҙәр бит. Һылыуҡайҙарға яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.

 

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Илшат ӘХМӘТОВ фотолары.

Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр
Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр
Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр
Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр
Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: