-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
20 Ғинуар 2023, 12:35

Уралымдай мәңге йәшә, башҡорт теле!

Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының тамаша залы шығырым тулы. Халҡыбыҙҙың мәшһүр «Урал» көйө яңғырай. Барыһы ла аяғүрә баҫҡан. Тел һәм рухиәт байрамы – башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың иң яуаплы этабы шулай башланып китте. Унда ҡатнашыусыларҙың бик күп булыуын күреү күңелгә май булып яғылды. Ә бит улар – тәүге мәктәп, муниципаль этаптарында еңеп, ситтән тороп баһалама комиссияһы ағзалары менән әңгәмәләшеү, йәғни һайлап алыу турында һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәткән уҡыусылар.

Еңеүселәр
Еңеүселәр

Телһөйәрҙәр бәйгеһе быйыл 37-се тап­ҡыр ойошторолдо. Һуңғы йылдарҙа муниципаль этапҡа тиклем VII, VIII синыф уҡыу­сылары ла ҡатнаша, үҙҙәрен һынап ҡарай, сирҡаныс ала, тиһәк тә була. Дөйөм алғанда, башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында барлығы 2 меңдән ашыу бала һынау тотҡан. Төбәк этабына иң көслөләре – IX, X, XI синыфтарҙан 357 уҡыусы килде. Улар Башҡортостандың төрлө райондарынан, ҡалаларынан һәм Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан ине.
Бәйгене асыу тантанаһында сәләмләп, Башҡортостан Республикаһы Фән һәм мәғариф министрлығының милли мәғариф идаралығының бүлек етәксеһе Розалия Сафиуллина былай тине:
– Быйылғы олимпиаданы ҡайғылы нота­ла асып ебәрергә тура килә. Ил ағаһы, Башҡортостан, башҡорт теле, халҡым, тип янған, бөтә ғүмерен республикаға бағышлаған Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов арабыҙҙан китеп барҙы. Иғтибарығыҙҙы шуға йүнәлтер инем, быуындар алмашына, алмашҡа һәр ваҡыт яңы йәш быуын килә. Бөгөн беҙ һеҙгә ҡарап, киләсәгебеҙ өмөтлө, башҡорт теле, халҡы, Башҡортостан өсөн йән атҡан, телен, мәҙәниәтен яратҡан, халҡын хөрмәтләгән уҡыусыларыбыҙ бар, тип һөйөнәбеҙ һәм артабан да үҙегеҙгә өмөт бағлап торабыҙ. Һеҙ – юғары синыф уҡыусылары тиҙҙән юғары уҡыу йортона инәсәкһегеҙ, тормошта үҙ урынығыҙҙы табасаҡһығыҙ. Республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булыр­һығыҙ, тип ышанабыҙ.
– Һаумыһығыҙ, илебеҙҙең, милләтебеҙҙең киләсәген билдәләүселәр! Хәйерле көн, ошондай тырыш, аҡыллы, маҡсатлы балаларҙы әҙерләп, бәйгегә алып сыҡҡан хөрмәтле уҡытыусылар, – тип өндәште баһалама комиссияһы ағзаһы, Өфө фән һәм технологиялар университетының баш­ҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина.
Ә телһөйәрҙәр ярышында ҡатнашыусыларҙың эштәрен нисә­мә йылдар инде Өфө фән һәм технологиялар, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университеттары, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты ғалимдары һәм методистары, республикабыҙҙың алдынғы башҡорт теле уҡытыусыларынан торған жюри баһалай.
Юғары кимәлдә үткән бәйгелә эштәр ҙә ҡатмарлы, талаптар ҙа арта бара.
Унда ҡатнашыу нескәлектәре тураһында бер нисә йыл рәттән ошо олимпиадаға уҡыусыларын әҙерләгән уҡытыусылар һәм үҙҙәренең белемен һынап ҡараған уҡыу­сылар ентеклерәк һөйләр, моғайын.
– Ҡышҡы каникул буйы көн дә 3-әр сәғәт әҙерләндек. Бер көн Башҡортостандың тарихын, шәхестәрен өйрәнәбеҙ, икенсе көн – мәҙәниәтебеҙҙе, тел мәҙәниәтен, унан – фонетик, морфологик, синтаксик анализдар буйынса шөғөлләнәбеҙ. Шулай эҙмә-эҙлекле әҙерләнеп, уҡыусыларымдың белемдәрен һәр яҡтан үҫтерергә тырыштым. Баланың күңелендә, йөрәгендә башҡорт теленә ҡарата һөйөү бар, үҙенә маҡсат ҡуя икән – ул шуға табан ынтыласаҡ, – ти Бөрйән районы Брәтәк мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Гөлйөҙөм Мөхтәр ҡыҙы Йәрмөхәмәтова. Әйткәндәй, быйылғы телһөйәрҙәр бәйгеһендә уның ике ҡыҙы ҡатнашты. Илгизә VII синыфтан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында уҡый. Бында уның башҡорт теленән уҡытыусыһы – Альбина Хәсән ҡыҙы Кайбышева. Әлбиттә, остазы каникулда ла бәйләнеште өҙмәй, Илгизәгә кәңәштәрен биреп торған. Ә Ҡәҙриә тыу­ған ауылында туғыҙынсыла белем ала. Быйылғы бәйгелә Илгизә – еңеүсе, ә Ҡәҙриә призёр булды. Еңеү еңел генә бирелмәй инде ул.
– Балалар менән телгә бәйле төрлө конкурстарҙа йыл һайын ҡатнашырға тырышабыҙ. Ишембайҙа үткән «Вәлиди уҡыу­ҙары»на, Стәрлетамаҡҡа «Кейекбаев уҡыу­ҙары»на барабыҙ, призлы урындар алып торабыҙ. Шул рәүешле тәжрибә туплана, баланың рухы үҫешә, үҙен ышаныслыраҡ тота башлай. Быйыл Көньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында ла ҡатнашырға булдыҡ әле. Тәүге туры үтте инде. Телгә, әҙәбиәткә, мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға ҡағылышлы төрлө һорауҙарға яуап эҙләп, күберәк уҡыйҙар. Әҙәби әҫәрҙәрҙе лә белергә тейештәр. Шулай итеп, белемдәре, тимәк, еңеүгә ышаныстары ла арта, – ти Гөлйөҙөм Мөхтәр ҡыҙы.
Ҡәҙриә «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында I урын да алғайны.
Әлбиттә, Өфөгә олимпиаданың йомғаҡлау турына килгән һәр уҡыусы иғтибарға лайыҡ. Ә Йылайыр районынан унда дүрт уҡыусы ҡатнашты.
– Мин Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының X синыфында белем алам. «Бишле»гә генә уҡыйым. Бейеү түңәрәгенә йөрөйөм, беҙҙең ансамбль «Ләйсән» тип атала. Иң оҡшаған фәндәрем – башҡорт теле, математика, урыҫ теле. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға тырышам. Былтыр башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадала республика кимәлендә призёр булдым. Тағы ла шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә призлы урын алғаным бар. Таңсулпан Ғарипова призына уҙған конкурста II урын яуланым. Яҙыусының үҙе менән осрашып күрешеүемә бик шатмын. Таңсулпан Ғарипова миңә китабын бүләк итте. Мәктәптә үткән ҡайһы бер сараларҙа алып барыусы булам. Китап уҡырға әүәҫмен. Иң яратҡан әҫәрем – Мос­тай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы. Төбәк-ара кимәлдә үткәрелгән олимпиадаға эләгеүемә ҡыуанып бөтә алмайым. Был минең өсөн ҙур еңеү булып һанала. «Йәйләү» лагерында бергә ял иткән дуҫтарым менән күрештем. Уларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ. Республика кимәленә сығыуым өсөн үҙемдең беренсе уҡытыу­сым Әлмира Әмир ҡыҙы Билаловаға рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Икенсе уҡытыусыма – Гөлшат Әбдрәхим ҡыҙы Алғышаеваға ла рәхмәтемде белдерәм. Сөнки ул бишенсенән алып мине ошо олимпиадаларға, конкурс­тарға әҙерләне. Уҡытыу­сыларым башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләне, ҡы­ҙыҡһыныу уятты. Улар ярҙамы менән «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү­селәр конкурсында ҡатнаштым һәм II урын­ға лайыҡ булдым, – ти Айгүзәл Йосопова.
Еңеүселәр һәм призёрҙар араһында Вәсилә Әйүпова, Йәнгүзәл Зәйнуллина кеүек «Йәншишмә»нең йәш хәбәрселәре, әүҙем авторҙары булыуы ҡыуандыра.
Өфөлә үткән йомғаҡлау турынан һуң 12 уҡыусы еңеүсе булып танылды. Уларға фән һәм мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева министрлыҡтың дипломдарын һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Һөҙөмтәләр буйынса 81 уҡыусы призёр тип билдәләнде. Улар ҙа министрлыҡтың дипломдарына, бүләктәргә лайыҡ булды. Күрше республика һәм өлкәләрҙән килгән уҡыусылар ҙа дипломдар алды. Уларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы баш­ҡарма комитеты матур бүләктәр әҙерләгәйне. Ҡотлайбыҙ!
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада 2019 йылдан – федераль исемлектә. Еңеүселәр һәм призёрҙар Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә өҫтәмә балдар ала.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың баһалама комиссияһы рәйесе, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директоры Әлфиә Вәкил ҡыҙы Әбделмәнова:
– Былтырғыһынан айырмалы рәүештә, быйылғы олимпиадала 1-се тур – ситтән тороп һайлап алыу этабында балалар баһалама ағзалары менән әңгәмә ҡорҙо.
Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнгән уҡыусылар өсөн текст уҡылды һәм уның буйынса һәр береһенең фекерен тыңлап, һорауҙар биреп, әңгәмә ойошторолдо. Ә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе төрлө милләт балалары өсөн диалог темалары тәҡдим ителде һәм ошо темаға улар жюри менән һөйләште, фекер алышты, һорауҙарға яуап бирҙе.
Уҡыусылар 1-се турға әҙерләнгән, күптәре һорау-яуап ысулын ҡулланып, темаларҙы асырға тырышты. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе төрлө милләт балаларының телмәр төҙөлөшөндә, өндәрҙең әйтелешендә хаталарҙың әллә ни күп булмауы һөйөндөрә. Шулай ҙа уларҙың диалог ҡороу мәҙәниәте йомшағыраҡ булыуын да әйтеп үтмәйсә булмай.
Олимпиаданың икенсе этабына тәүге турҙы уңышлы үткән IX – XI синыф уҡыусылары йыйылды. Улар башҡорт теленән, әҙәбиәтенән һәм Башҡортостан мәҙәниәтенән викторина, тест һорауҙарына яуап яҙҙы, әҙәби әҫәрҙән бирелгән өҙөктө анализланы.
Викторина һорауҙарына яуаптар 2 балл менән билдәләнде, йәғни 15 һо­рауға ла тулы яуап биргән бала 30 балл алды. Артығын, ниндәйҙер башҡа мәғлүмәттәрҙе күп итеп яҙыу өҫтәмә балл бирмәгәнен аңлап, уҡыусыларға иғтибарҙы төп һорауға йүнәлтеү отошло ине.
Эштәрҙә, әлбиттә, йыл да осраған хаталар: яҙыусыларҙың, күренекле шәхестәрҙең фамилияларын бутау, йылдарҙы яңылыш яҙыу, бер ни ҙә белмәгән осраҡта фантазия алымдарын ҡулланыу бар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уҡыусыларҙың белеме ярайһы уҡ яҡшы кимәлдә, тигән һығымта яһалды.
Әҙәби әҫәр өҙөктәрен анализлауҙа уҡыусының бәйләнешле итеп һөйләү, анализлай белеү оҫталығы, әҙәбиәт теорияһы буйынса белемдәре баһалана. Үҙ фекерен тулы итеп еткереүсе, һорауҙарға ентекле, матур яуап биреүсе, әҙәби әҫәр өлгөһөн тормош менән уңышлы бәйләүсе балаларҙың булыуы ҡыуандыра. Еренә еткереп башҡарылған эштәр уҡыусының етәксеһе менән берлектәге оҙайлы тырыш эш һөҙөмтәһен күрһәтә.

Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, баһалама комиссияһы ағзаһы Фаягөл Тимербай ҡыҙы Әмирханова:
– Бындай мәртәбәле комиссияла беренсе тапҡыр ҡатнашыуым. Эш шул тиклем теүәл, аныҡ ойошторолдо. Беҙгә шифрлы эштәр, асҡыстар бирелеүе, һәр эштең бер нисә жюри ағзаһы тарафынан тикшерелеүе, ҡултамғалар ҡуйылыуы – объектив, ғәҙел баһа нигеҙе. Ошо ҡатмарлы механизмдың шыма, ҡытыршылыҡһыҙ эшләүе артында оҫта етәксе ҡулы һиҙелә. Шәхсән үҙем өсөн олимпиаданы ойоштороу буйынса күп тәжрибә алдым. Шуныһы ла мөһим: уҡыусыларҙың эштәре ғәҙел баһаланыуына инандым.

Бына унда кемдәр еңеүсе булды.

Башҡорт мәктәптәрендә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр
IX синыф – Илүзә Хунафина, Хәйбулла районы, Ҡәйүм Әхмәтшин исемендәге Әбеш мәктәбе.
X синыф – Әҙилә Ишемғужина, Өфө ҡалаһы, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы.
XI синыф – Илгизә Йәрмөхәмәтова, Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.
Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр
IX синыф – Зөһрә Латипова, Илеш районы, Үрмәт мәктәбе.
X синыф – Алһыу Рәхимова, Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.
XI синыф – Йәнгүзәл Зәйнуллина, Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.
Дәүләт телен башлап өйрәнеүсе уҡыусылар 
IX синыф – Алина Васильева, Сибай ҡалаһы гимназияһы.
X синыф – Дмитрий Миңлеғолов, Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһы.
XI синыф – Анастасия Иванцова, Мәләүез районы, Нөгөш мәктәбе.
Башҡорт телен дауам итеп өйрәнеүсе уҡыусылар 
IX синыф – Айгөл Алтынбаева, Өфө ҡалаһы, 1-се республика полилингваль күп профилле гимназия.
X синыф – Хазина Таштимерова, Сибай ҡалаһы гимназияһы.
Күрше өлкәләр буйынса еңеүселәр
IX синыф – Илзидә ҠаҘЫбӘкова, Ырымбур өлкәһе, Төйлөгән районы, Аллабирҙе мәктәбе.
X синыф – Лилиә Абдрахманова, Силәбе өлкәһе, Арғаяш районы, Дәрбиш мәктәбе.
XI синыф – Эльвина Ишназарова, Ырымбур өлкәһе, Яңы Сергеевка районы, Ҡотош мәктәбе.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Йәш хәбәрсебеҙ Йәнгүзәл Зәйнуллина – еңеүсе, уның ҡустыһы Инсаф призёр булды.
Мәләүездән ике уҡыусы еңеү яуланы, икеһе призёр булды.
Филология фәндәре кандидаты, доцент Вадим Толомбаев призёр Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһының X синыфы уҡыусыһы Фаягөл Рәхмәтуллинаны бүләкләй.
Уралымдай мәңге йәшә, башҡорт теле!
Йылайырҙар.
Гөлйөҙөм Мөхтәр ҡыҙы Илгизә һәм Ҡәҙриә менән.
Күрше өлкәләрҙән килгән милләттәштәребеҙ.
Яҙма эш ваҡыты.
Йәш хәбәрсебеҙ Йәнгүзәл Зәйнуллина – еңеүсе, уның ҡустыһы Инсаф призёр булды.
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: