+13 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
26 Ғинуар 2023, 20:12

Халыҡ уйындары - иң ҡиммәтле мираҫ

Йәш быуынды тәрбиәләүҙә халыҡ уйындарының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. 

Халыҡ уйындары - иң ҡиммәтле мираҫ
Халыҡ уйындары - иң ҡиммәтле мираҫ

Уйындар балаларҙы күп яҡлап үҫтерә, уларҙың фекерләүен, хәтерен, ихтыяр көсөн нығыта. Күмәк уйындар дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләргә булышлыҡ итә.
Һуңғы йылдарҙа һәр бер йортта интернет селтәре барлыҡҡа килеү менән балалар компьютерға йомолдо. Өйҙән сыҡмай ғына виртуаль уйындарҙы хуп күреүселәр артҡандан-арта бара. Шуның менән уларҙың һаулығына ниндәй зыян килеүен уйламайҙар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге ваҡытта балалар араһында элек-электән йәшәп килгән уйындар онотола бара. Ә халыҡ уйындары беҙҙең иң ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың береһе бит! Беҙҙең төп маҡсат - балаларға хәрәкәт талап иткән уйындарҙың файҙаһы тураһында аңлатыу эше алып барыу. Уйындар етеҙлек, йылғырлыҡ, осҡорлоҡ кеүек сифаттарҙы үҫтереү менән бергә эстетик тәрбиә лә бирә.

Бөгөн 26 ғинуар, мәҙәниәт йортонда башланғыс синыф уҡыусылары өсөн "Халыҡ уйындары - иң ҡиммәтле мираҫ" исемле уйын-кисә үтте. Башҡорт халыҡ уйындары тураһында мәғлүмәт биргәндән һуң балалар менән халыҡ уйындары уйнап, башҡортса бейеп ҡайттыҡ.

 Вәлимә ҒӘЛИУЛЛИНА.

Фотолар "Бәйләнештә" селтәренән.

Халыҡ уйындары - иң ҡиммәтле мираҫ
Халыҡ уйындары - иң ҡиммәтле мираҫ
Халыҡ уйындары - иң ҡиммәтле мираҫ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: