+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
29 Ғинуар 2023, 21:49

Йәш хәбәрсебеҙ һоҡландыра

Бөрйән районы Байназар мәктәбенән йәш хәбәрсебеҙ Вәсилә Әйүпова уңғанлығы, өлгөрлөгө, һәләте менән һоҡландыра ғына. Күҙ теймәһен инде!

Йәш хәбәрсебеҙ һоҡландыра
Йәш хәбәрсебеҙ һоҡландыра

Ошо көндәрҙә районда Балалар ижады үҙәге Уҡытыусы һәм остаз йылына арнап үткәргән ҡурайсылар конкурсында I дәрәжә дипломға лайыҡ булған. Ҡотлайбыҙ!

   - Ҡурай уйнарға мин үҙем сәмләнеп китеп өйрәндем тиһәң дә була. III синыфта уҡығанымда ағайҙарым ҡурай түңәрәгенә йөрөй торайны. Шунан атайым ике ағайыма ла ҡурай алып бирҙе. Улар мәктәптән ҡайталар ҙа ҡурай һыҙғырталар, минең дә улар һымаҡ уйнағы килә. Исмәғил ағайҙың ҡурайын алдым да һыҙғыртып-һыҙғыртып ҡараным, килеп сыҡманы. Ағайымдар ниңәлер, барыбер өйрәнә алмайһың, булышма бушҡа, тип көлдөләр.
Шунан һуң атайым ҡурайҙа һыҙғыртырға өйрәтте, ә мин инде бер аҙна эсендә өйрәндем дә киттем, – ти Вәсилә.

Ҡурайсы ҡыҙ район конкурсында «Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын»  һәм «Түңәрәк күл» көйҙәрен уйнаған. 

 - Башҡорт халыҡ көйө «Азамат»ты ла әҙерләгәйнем, уны күптәр башҡарыр, тип уйнаманым, – ти ул.

Киләсәктә лә уңыштарың күп булһын. Әсәй-атайыңды, туғандарыңды, уҡытыусыларыңды һәм беҙҙе лә шулай һоҡландырып, ҡыуандырып тор, Вәсилә!

Фото: https://vk.com/tan_gazite.

Йәш хәбәрсебеҙ һоҡландыра
Йәш хәбәрсебеҙ һоҡландыра
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: