+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
30 Ғинуар 2023, 14:40

Бүләктәр Бөрйәнгә юлланды!

“Йәншишмә” гәзитенең  сайтында һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә ойошторолған “Әсәйем – һүнмәҫ ҡояшым” конкурсында III  урын алғаны өсөн Бөрйән районы Ҡолғана мәктәбенең VI синыф уҡыусыһы Сәид Ҡаһарманов һәм “Әсәм теле – сәсән теле” бәйгеһендә еңгәне өсөн VIII синыф уҡыусыһы Юлиә Моратшина иҫтәлекле бүләктәргә, Почёт грамоталарына лайыҡ булғайны.

Бүләктәр Бөрйәнгә юлланды!
Бүләктәр Бөрйәнгә юлланды!

Ошо уҡыусыларҙың бүләктәрен яҡташтары Әлфиә Заһиҙуллина килеп алды. Уларҙы мәктәптә тапшырғандарҙыр әле.

Афариндар! Гел шулай беҙ үткәргән бәйгеләрҙә ҡатнашып тороғоҙ. Уңыштар һеҙгә, бөрйәндәр!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: