+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
10 Февраль 2023, 10:31

Бәйгелә ҡатнашығыҙ!

Уҡытыусы һәм остаз йылына арнап «Йәншишмә» республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзите бәйге иғлан итә. «Уҡытыусы.Остаз» тип атала ул.

Бәйгелә ҡатнашығыҙ!Бәйгелә ҡатнашығыҙ!
Бәйгелә ҡатнашығыҙ!

Февралдә Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнә. Шуға ла был айҙа мәғариф өлкәһендә эшләгән ир-егеттәргә күберәк иғтибар бүлмәксебеҙ. Һәр белем усағында маҡтауға лайыҡ уҡытыусылар байтаҡ. Улар тураһында республика халҡы ла белһен әле, дуҫтар! Беҙгә үҙ эшен һәм  балаларҙы яратҡан,  киң эрудициялы, дәресен мауыҡтырғыс итеп үткәргән алдынғы  уҡытыусылар, түңәрәк етәкселәре, остаздарығыҙ тураһында яҙып ебәрегеҙ. Яратҡан педагогығыҙ тураһында мәғлүмәтте һәм уның фотоһын #уҡытыусыостазйәншишмә тигән хэштег ҡуйып, конкурс тип яҙып, «Йәншишмә» гәзитенең «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөнә vk.com›club45440006  йәки электрон адресына ебәрегеҙ.  Бер минутлыҡ ҡына видео һәм мәғлүмәт булһа, тағы ла яҡшыраҡ.  

Шулай итеп, февралдә һеҙҙән педагог ир-егеттәр тураһында хаттар һәм видеолар көтәбеҙ.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн байрам иткән март айында иһә мәғариф өлкәһендә эшләгән өлгөлө гүзәл заттар тураһында акция ойошторорбоҙ. Әҙер булығыҙ.

Яратҡан педагогтарығыҙ тураһындағы матур яҙмалар гәзиттең сайтында, «Бәйләнештә», «Синыфташтар» социаль селтәрендәге төркөмдәрендә һәм «Йәншишмә» биттәрендә донъя күрәсәк.

Баһалама ағзалары еңеүселәрҙе билдәләйәсәк. Еңеүселәр – редакцияның Почёт грамоталары, геройҙары иһә Рәхмәт хаттары менән  бүләкләнәсәк.

Хаят ЙӘРМӨХӘМӘТОВА һүрәте.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас