+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
10 Февраль 2023, 07:35

Ҡәләм яҙа-яҙа шымара

Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында (деканы – доцент, филология фәндәре кандидаты Рәйсә Хәким ҡыҙы Илешева) алтынсы йыл рәттән «Йәш журналист» конкурсы уҙғарыла. Унда урта һәм юғары синыф уҡыусылары, урта махсус белем биреү һәм юғары уҡыу йорттары студенттары ҡәләм тибрәтеүҙә маһирлыҡтарын күрһәтә.

Ҡәләм яҙа-яҙа шымараҠәләм яҙа-яҙа шымара
Ҡәләм яҙа-яҙа шымара

Йыл һайын был конкурста ҡатнашыу­сыларҙың һаны артыуы һәм географияһы киңәйеүе шатлыҡлы күренеш. Тимәк, йәш быуын туған башҡорт телендә уйлай, фекерләй, әйтергә теләгәнен матур итеп уҡыусыһына, ҡараусыһына еткерә белә, был өлкәлә камиллыҡҡа ынтыла. Темалар ирекле булғанлыҡтан, һәр кем үҙе теләгән, үҙен борсоған һорауға яуаптар эҙләп, мәҡәлә яҙҙы, видеорепортаж төшөрҙө.
Әлбиттә, тыуған яғын күркәм эштәре менән йәмләп торған кешеләр тураһында уҡығы килеп тора. Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы Айсулпан Шәмиғолованың ветеран уҡытыусы Рәил Фәруҡ улы Маликов менән әңгәмәһе, Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡыу­сыһы Диана Аҡкилдинаның ветеран уҡытыусы Йәмилә Тимербулат ҡыҙы Ғүмәрова, Илүзә Яҡупованың тыуған яғы – Стәрлебаш районы Ибраҡай ауылындағы Йәштәр урамында йәшәүсе халыҡтың татыулығы, тырышлығы тураһындағы мәҡәләләре баһалама ағзаларының барыһына ла оҡшаны.
Стәрлетамаҡтағы Ленин исемендәге 2-се интернат-лицей уҡыусыһы Алина Ҡоҙаҡаеваның Ҡырмыҫҡалы районындағы Малай ауылының барлыҡҡа килеүе тураһындағы яҙмаһы ла ҡыҙыҡлы килеп сыҡҡан. Ул киләсәктә шул яҡтарҙағы топонимик атамаларҙы өйрәнергә теләүсәләргә лә яҡшы белешмә булыр.
Тыуған яғыңдың билдәле кешеләре ғорурланыу тойғоһо уята. Ейәнсура районының Абҙан ауылынан Альбина Ишем­ғолованың ауылдашы, билдәле шағирә һәм журналист Гөлнур Ҡыуатованың ижадына арналған мәҡәләһе быға асыҡ ми­ҫал.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарҙың батырлыҡтары, тыл ҡаһармандарының яҙмыштары ла йәш быуынды ҡыҙыҡһындыра. Илһөйәрлек рухы, тимәк, уларҙа ла көслө. Мәләүез районының Һыртлан мәктәбе уҡыусыһы Тимур Хәйбуллиндың олатаһы Ғилман Хәкимйән улы Хәйбуллиндың яу яланында Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим менән осрашыу хәтирәләрен бәйән итеүе быға дәлил булып тора.
Балаларҙы әлеге көндәге көнүҙәк мәсьә­ләләр ҙә һағайта икән. Күмертау ҡалаһының 8-се мәктәбе уҡыусыһы Айлина Вәлитованың вейп тураһындағы яҙмаһы электрон тәмәке тартыусыларҙы уйландырыр, был насар ғәҙәттәрҙән арындырыр, тип ышанам.
Уҡыусылар яратҡан яҙыусылары, уйландырған әҫәрҙәре тураһында ла мәҡәләләр яҙған ине. Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһынан Диана Сафинаның Башҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы Таңсулпан Ғарипова ижадына, Ғафури районының Красноусол башҡорт интернат-гимназияһынан Милена Абдуллинаның Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡошҡа әйләнермен мин...» повесына арналған яҙмалары үҙенсәлекле булыуҙары менән айырылып торҙо.
Балаларҙы был конкурсҡа әҙерләүсе баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына, ата-әсәләргә рәхмәт әйтәм. Тап уларҙың ярҙамы менән йәш быуын үҙҙәрен журналистика өлкәһендә һынап ҡарай алды. Бәйгелә ҡатнашҡан уҡыусыларҙың бер нисә яҙмаһын һеҙгә лә тәҡдим итәм.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА,
баһалама комиссияһы ағзаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас