+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
12 Февраль 2023, 04:43

Остазым менән ғорурланам

Мин бейеү, көрәш түңәрәктәренә йөрөйөм, әммә каратэ буйынса күнекмәләрҙе нығыраҡ яратам.

Остазым менән ғорурланамОстазым менән ғорурланам
Остазым менән ғорурланам

 Беренсе тапҡыр балаларҙың каратэ менән шөғөлләнеүен телевизорҙан алты йәшемдә күргәйнем.  Шунда уҡ тренерҙарына иғтибар иттем. Улар бик көслө, ҡыйыуҙар һәм үҫкәс, мин дә шундай булырға теләнем.

Каратэ менән шөғөлләнеү – ул етеҙ, сыҙамлы булыу, үҙеңде яҡлай белеү, ҡатмарлы ваҡытта юғалып ҡалмау тигәнде аңлата. Һәм бында беҙгә  тренерыбыҙ, уҡытыусыбыҙ, остазыбыҙ Фәим Салауат улы Ғайсин ярҙам итә.

Беренсе дәрестә каратэ тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һөйләне. Күнекмә бер нисә өлөштән тора, уларҙың беренсеһе стандарт күнегеүҙәр комплексын, артабан база күнегеүҙәрен үҙ эсенә ала, һуңынан партнер менән бергә эшләйәсәк, тип аңлатты беҙгә.

Остазыбыҙ бик куп батырҙар тәрбиәләгән. Уларҙың иҫәбендә – еңеүҙәр, миҙалдар. Ил кимәлендә лә һынатмайҙар. 2021 йылда Рәсәй беренселегендә Фәим Ғайсиндың йәш спортсылары III урын алып ҡайтты. Мин дә киләсәктә улар кеүек булырмын, тип ышанам.

Фәим Салауат улы Ғайсин – иҫ киткес талантлы кеше. Каратэнан тыш, балаларҙы башҡорт милли музыка ҡоралы – ҡурайҙа уйнарға өйрәтә. «Дуҫлыҡ» ҡурайсылар ансамбле етәксеһе. Республика бәйгеләрендә еңеүсе лә булғандары бар.

Фәим Салауат улы тағы уҡ атыу буйынса түңәрәк алып бара. Ғаиләһе, уҡыусылары  менән бергә бәйгеләрҙә ҡатнашып, алдынғы урындар яулайҙар.

Уҡытыусым, остазым, тренерым менән ғорурланам!

 Таһир РӘХИМОВ.   

I синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы,

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Остазым менән ғорурланам
Остазым менән ғорурланам
Остазым менән ғорурланам
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас