+30 °С
Ясно
VKOKМакс
Бәйгеләр
15 Февраля 2023, 10:35

«Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы — 2023» конкурсы еңеүселәре кемдәр?

«Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы - 2023» конкурсының абсолют еңеүсеһе билдәләнде. Ул - 39-сы гимназияның математика уҡытыусыһы Артем Баянов. Ә «Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2023» бәйгеһендә 114-се мәғариф үҙәгенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Яҙгөл Сирбаева еңеп сыҡты. 

«Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы — 2023» конкурсы еңеүселәре кемдәр?«Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы — 2023» конкурсы еңеүселәре кемдәр?
«Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы — 2023» конкурсы еңеүселәре кемдәр?

Артем Баянов - «Йыл уҡытыусыһы» конкурсының республика этабында, ә Яҙгөл Сирбаева «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсында Өфө ҡалаһы данын яҡлаясаҡ.

«Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы» конкурсының «Педагогик дебют» номинацияһында 147-се мәктәптең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Анастасия Самсонова еңеү яуланы.

«Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы» конкурсында 93-сө физика-математика лицейының немец теле уҡытыусыһы Алена Кнауб еңеүсе булды.

«Урыҫ теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» номинацияһында - 45-се мәктәптең урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эмиль Сәғитов еңеүсе тип танылды.

«Баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2023» конкурсының «Педагогик өмөт» номинацияһында 9-сы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ильяс Һағынбәк билдәләнде.

 

Фото: vk.com.

«Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы — 2023» конкурсы еңеүселәре кемдәр?
«Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы — 2023» конкурсы еңеүселәре кемдәр?
«Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы — 2023» конкурсы еңеүселәре кемдәр?
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас