

Унда тәүге турҙа һайлап алынған 20 команда ҡатнашты. Әйткәндәй, һайлап алыу турында республиканың 70 шайморатовсылар синыфы командирҙары ярышҡайны. Улар Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса тест һорауҙарына яуап бирҙе, винтовканан атыу буйынса мәргәнлектәрен һынаны.
Икенсе турҙа иһә сафҡа теҙелеү, йырлап стройҙа йөрөү, автоматты һүтеп-йыйыу, төрлө спорт ярыштары буйынса иң шәптәр асыҡланды.
Миңлеғәле Шайморатов исемендәге күсмә кубок Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһына тапшырылды. I урынды 3-сө башҡорт республика интернат-гимназияһы һәм Күмертауҙағы 10-сы мәктәп шайморатовсылары яуланы.
Фото: vk.com.