+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
22 Март 2023, 12:03

23 мартта "Шаяниум" була

Өфө уҡыусыларының "Шаяниум" шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсы быйыл 21-се тапҡыр үтә. Финал иртәгә ҡаланың мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә (Беренсе май урамы, 47) 15.00 сәғәттә башлана.

Райондарҙа үткән һайлап алыу турҙарында 44 команда ҡатнашҡан, шуларҙың 27-һе ярымфиналға сыҡҡан. 23 мартта уҙасаҡ финалда иһә 14 команда ярышасаҡ. 

Быйылғы конкурс Уҡытыусы һәм остаз йылына бағышлана.  (6+)

Фото: vk.com.

23 мартта "Шаяниум" була
23 мартта "Шаяниум" була
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас