

Конкурста республиканың төрлө төбәктәренән 143 театр коллективы ҡатнашҡайны. Шуларҙың 10-ы финалға һайлап алынды. Улар «Нур» театры сәхнәһендә үҙҙәренең спектаклдәрен күрһәтте. Мәктәп театрҙары етәкселәре, йәш актёрҙар өсөн оҫталыҡ дәрестәре лә булды.
Бүләкләү тантанаһын һәр кем тулҡынланып көтөп алды. Еңеүселәр Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының дипломдары һәм матур бүләктәр менән билдәләнде.
Гран-при Нефтекама ҡалаһындағы 1-се лицейҙа эшләп килгән «Вьюга» мәктәп театрына бирелде. Унда VI — IX синыф уҡыусылары шөғөлләнә. Етәкселәре — урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наталья Спирянова. Дәртле әртистәр Михаил Зощенконың хикәйәләре буйынса «Тормошто уйнайбыҙ» тигән спектакль күрһәтте. Ысынлап та, бик килештерҙеләр, оҫта уйнанылар.
Фестиваль тураһында тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең алдағы һанында уҡырһығыҙ. Әлегә һеҙҙең иғтибарға фотолар тәҡдим итәбеҙ.
Автор фотолары.