+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
27 Март 2023, 10:40

Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...

Тәбиғәттең ҡышҡы йоҡонан уянып, сихри моңға күмелгән мәлендә гимназиябыҙҙа инде традицияға әйләнгән “Гимназия һылыуҡайы - 2023“ матурлыҡ һәм гүзәллек бәйгеһе ойошторолдо.

Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...

Һайлап алыу турын лайыҡлы үткән 9 ҡыҙ бәйгелә ҡатнашырға йөрьәт итте. Һылыуҡайҙарыбыҙ әҙерлек осоронда дөрөҫ атларға, кәүҙәне тура тоторға, матур итеп йылмайырға һәм иң мөһиме – туған телебеҙҙә иркен һөйләргә тейеш ине.

Бәйге ете турҙан торҙо. Иң беренсе ҡыҙҙар ҡалҡан һәм һөңгө тотҡан ике егеттең һағы аҫтында сығып үҙҙәре менән таныштырҙы, үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте. 3 ҡыҙ бейеү тәҡдим итһә, Камилла Хәбибуллина моңло йыр бүләк итте. Розалиә Низамова ҡурайҙа һыҙҙырып, Сара Истәкова “Урал батыр” эпосын төрөксә һөйләп, ҡумыҙҙа уйнап барыһын да хайран ҡалдырҙы.

Ҡыҙҙар “Гимназия һылыуы -2022” бәйгеһендә Гран – при яулаусы Даяна Афзалова һалған “Башҡорт ҡыҙҙары” бейеүе менән дә жюри ағзаларын һәм тамашасыларҙың күңелен әсир итте.

Быйылғы йыл ил президенты Владимир Путин указы менән “Уҡытыусы һәм остаз йылы” тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан, бәйгеселәребеҙ үҙҙәренең остаздары тураһында риүәйәт йәки хәҙис һөйләргә тейеш ине. Бында ла һынатманы улар. Үҙҙәренең уҡытыусыларына һәм тәрбиәселәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.

Йыл да “Һуңғы ҡыңғырау” байрамында ун беренселәр “Хушлашыу вальсы”н бейей. Бәйгесе ҡыҙҙарыбыҙ ҙа был бейеүҙе бик оҫта башҡарҙы.

Һуңғы тур - “Финал дефилеһы”нда зауыҡлы күлдәктәрҙә сығып тағы ла бер тапҡыр үҙҙәренең матурлығын, һомғоллоғон күрһәтте һылыуҡайҙар. Матурлыҡтан күҙҙәр ҡамашырлыҡ ине!

Ниһәйәт, тулҡынландырғыс минуттар ҙа килеп етте. Гимназия директоры И.Р.Сәлихов, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, бейеүсе Риф Ғәбитов, Өфө ҡалаһының Совет районы башлығы урынбаҫары А.А.Әлибаков, табип-невролог, мануаль терапевт, “Хани массаж” салоны етәксеһе Р.В. Исхаков, Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлегенең логистика буйынса белгесе Ә.Ш.Юлгилдин; йәштәр ижади үҙәгенең “Шоңҡар”  башҡорт студияһы солисы А.Ә.Айытҡолов, “Батырхан Продакшен” видео етештереү студияһы етәксеһе, “Милләттәр хазинаһы” фильмдарын төшөрөү проекты авторы Б.Б.Хәмиҙуллиндарҙан торған баһалама ағзаларына иң-иңдәрҙе билдәләүе, ай-һай, еңел булмағандыр. Әммә бәйге еңеүсеһеҙ булмай инде.

”Гимназия һылыуҡайы -2023“ титулына һәм Гран-приға X «В» синыфы уҡыусыһы Эльвина Ғәббәсова лайыҡ булды. Уға тажды былтырғы еңеүсе Даяна Афзалова кейҙерҙе.

I урынды - Элина Искакова, II урынды - Сара Истәкова, III урынды Розалиә Низамова яуланы. Башҡа һылыуҡайҙарыбыҙға ла ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Конкурстың режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әлмира Мөхәммәтшәриф ҡыҙы Ҡыуатова, продюссеры –гимназияның социаль педагогы Шәүрә Шаһит ҡыҙы Кәйекбирҙина, һылыуҡайҙарыбыҙҙы әҙерләшергә ярҙам иткән тәрбиәселәр Вәсилә Әхәт ҡыҙы Туйсина, Фәниә Рәфҡәт ҡыҙы Мирғәлиева, Фәнзилә Хәмзә ҡыҙы Яҡупова, бағымсыларыбыҙ, гимназиябыҙҙың төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары: Илнур Утарбаев, Артур Әлибаков (2000 йыл), Арсен Батыршин (2005), Ләйсән Ғәбделмәнова (2010), Рәмис Исхаков һәм Әлфиә Күсәрбаева (2012), Батырхан Хәмиҙуллиндарға  сараны ойоштороуҙа күрһәткән ярҙамдары өсөн оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Һылыуҡайҙарыбыҙға ғүмер юлында осраған бер һынауға ла бирешмәүҙәрен, тәбиғәттән бирелгән тышҡы һәм эске матурлыҡтарын һаҡлап, гимназияны уңышлы тамамлап, тормошта үҙ юлдарын табыуҙарын теләйбеҙ.

 

Фәннүрә БӘХТИГӘРӘЕВА, Зәримә ҒӘБДЕЛМӘНОВА, тәрбиәселәр.

Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас