+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
29 Март 2023, 10:05

Ҡара диңгеҙҙән — ҙур еңеү менән!

Яңыраҡ Краснодар өлкәһенең Туапсе ҡалаһы янында урынлашҡан данлыҡлы «Орлёнок» балалар үҙәгендә хор һәм вокал коллективтары араһында Бөтә Рәсәй конкурсы уҙҙы. Беҙ ҙә, гимназиябыҙҙың Марина Анатольевна Юхина етәкселегендәге «Гармония» өлгөлө хорының 35 уҡыусыһы, ниһайәт, 3 этапты ла үтеп, Ҡара диңгеҙ буйына юлландыҡ.

Поезда ике тәүлек ярым барырға тура килһә лә, күңелдәр күтәренке ине, һәр минутыбыҙҙы файҙалы уҙғарырға тырыштыҡ: рәхәтләнеп аралаштыҡ, фотоға, видеороликтарға төштөк, төрлө уйындар уйнаныҡ, йырланыҡ. Юлда ваҡытыбыҙҙың үткәне һиҙелмәне лә.
Хәрби дан ҡалаһы, туристарҙың яратҡан ял урыны булған Туапсе ҡояшлы салт аяҙ көнө менән ҡаршы алды. Беҙҙе Рәсәйҙең иң яҡшы балалар үҙәгенең береһе «Орлёнок»ка урынлаштырҙылар. Мөләйем, алсаҡ әйҙәүселәребеҙ лагерь легендалары менән таныштырҙы, Ҡара диңгеҙ буйы, скалодром, 3000 кеше һыйҙырырлыҡ амфитеатр онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдыр­ҙы. Репетиция, конкурстан буш ваҡыттарҙа бассейнға йөрөнөк, музыкаль уйындарҙа, квестар­ҙа ҡатнаштыҡ.
Сығыш яһай торған көн дә килеп етте. Беҙ өс композиция башҡар­ҙыҡ. Шуларҙың береһе Сафуан Әлибаев шиғырына Рим Хәсәнов яҙған «Дуҫлыҡ» йыры башҡорт телендә яңғыраны. Финалда Рәсәй­ҙең 33 төбәгенән 45 ижади коллектив сығыш яһау бәхетенә иреште. Тантанала беҙ милли кейемдәрҙә республика флагын күтәрҙек. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла конкурс символы һаналған карап формаһында иҫтәлекле сувенирҙар тапшырылды. Йомғаҡлау сараһын айырыуса тул­ҡынланып көтөп алдыҡ. Алып барыусылар беҙҙең икенсе урын яулауыбыҙ хаҡында иғлан иткәс, ҡыуанысыбыҙҙың иге-сиге булманы! Шулай булмай әллә, Бөтә Рәсәй бәйгеһендә призлы урын алыуға өлгәш әле! Был еңеү беҙгә илһам, ышаныс өҫтәне. Үҙебеҙҙе ысын йондоҙҙар итеп хис иттек. Ошо мәлдә кисергән хис-тойғоларыбыҙ мәңге онотолмаҫ, моғайын.
Гимназиябыҙ директоры Ринат Риф улы Халиҡовҡа, етәксебеҙ Марина Анатольевна Юхинаға, концертмейстер Светлана Рәшит ҡыҙы Заһиҙуллинаға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Мөғжизәле тәбиғәт ҡосағында, Ҡара диңгеҙ буйында үткәргән ике аҙна тиҙ генә үтте лә китте. Ул беҙҙең күңелдәрҙә матур бер иҫтәлек булып һаҡланыр.

Эллада АРЫҪЛАНОВА, VIII «А» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге
республика интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: