+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
1 Апрель 2023, 05:30

"Аҡмулла" олимпиадаһында

Йыл һайын мәктәп уҡыусылары һәм урта һөнәри белем биреү уҡыу йорттары студенттары араһында «Аҡмулла» олимпиадаһы уҙғарыла. Ул төрлө фәндәр буйынса ойошторола.

"Аҡмулла" олимпиадаһында"Аҡмулла" олимпиадаһында
"Аҡмулла" олимпиадаһында

Яңыраҡ баш ҡалабыҙҙың Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт теле олимпиадаһының 2-се туры үтте. Унда мин дә ҡатнаштым. Республикабыҙҙың төрлө район, ҡала мәктәптәренән, уҡыу йорттарынан ҡыҙҙар һәм егеттәр йыйылғайны.
Был этапта уҡыу­сыларҙың телмәр мәҙәниәтен тикшерҙеләр. Һәр ҡатнашыусы үҙе һайлап алған теманың проблемаһын билдәләп, уның тураһында тулы мәғлүмәт бирергә тейеш ине.
Аҙаҡ университет студенттары беҙгә төрлө-төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Ҡыҙҙарҙы – башҡорт бейеүҙәрен бейергә, матур-матур түшелдеректәр яһарға, егеттәрҙе ҡурайҙа уйнарға өйрәттеләр. Башҡортостан тураһында бәләкәй генә квиз-викторина ла ойошторолдо.
«Аҡмулла» олимпиадаһының еңеүселәрен, призёрҙарын июндә Өфө ҡалаһында оло тантана үткәреп бүләкләйәсәктәр.

Аделина ҒӘЛИШИНА, X синыф уҡыусыһы.
Миәкә районы, Тамъян-Таймаҫ мәктәбе.

"Аҡмулла" олимпиадаһында
"Аҡмулла" олимпиадаһында
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас