+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
17 Апрель 2023, 11:21

"Ауаз" башҡорт этномәҙәниәте фестивале үтте

Илеш районында «Ауаз» башҡорт этник мәҙәниәте һәм заманса сәнғәт фестивале үтте. Уның һайлап алыу турына 70-кә яҡын ғариза килде. Финалға Архангел, Асҡын, Балтас, Балаҡатай, Бәләбәй, Белорет, Дүртөйлө, Ишембай, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Мишкә, Миәкә, Туймазы, Кушнаренко, Шаран, Учалы, Яңауыл райондарының үҙешмәкәр халыҡ ижады коллективтары сыҡты. 

"Ауаз" башҡорт этномәҙәниәте фестивале үтте"Ауаз" башҡорт этномәҙәниәте фестивале үтте
"Ауаз" башҡорт этномәҙәниәте фестивале үтте

Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының бүлек етәксеһе Ирек Имәнғәлин сәләмләне. Мәҙәни саралар араһында «Ауаз» башҡорт этник мәҙәниәте һәм заманса сәнғәт фестивале айырым урын биләй. Ул - башҡорт этник мәҙәниәтен һәм заманса сәнғәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән ҙур байрам. Тап ошондай сараларҙа халыҡтың үҙ тамырҙарына ҡыҙыҡһыныуы, үҙ йолаларына ҡарата тәрән ихтирамы сағыла. «Ауаз» фестивале дүртенсе тапҡыр ойошторола. Уның маҡсаты - башҡорт халыҡ йолаларын, халыҡтың ауыҙ-тел ижадын, йырҙарын, бейеүҙәрен, уйындарын, кәсептәрен һаҡлау һәм үҫтереү, шулай уҡ яңы таланттарҙы асыҡлау. Унда 576 кеше, 47 коллектив ҡатнаша. Был сараның ҙурлығы һәм уның әһәмиәте тураһында һөйләй, - тип билдәләне Ирек Камил улы.

Һәүәҫкәр коллективтар, ғаилә династиялары һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары, студенттар һәм профессиональ башҡарыусылар төрлө номинацияларҙа ярышты.

 Гран-при Рәми Ғарипов исемендәге 1-се  республика башҡорт интернат-гимназияһының «Аманат» этно-төркөмөнә эләкте.

«Хореография» номинацияһында еңеүселәр: «Йондоҙсоҡ» бейеү коллективы (Илеш районы), «Аҡтирәк» башҡорт фольклор коллективы (Миәкә районы), «Лилиә» халыҡ бейеүҙәре ансамбле (Миәкә районы); «Вокал» - «Солнышко» вокаль ансамбле (Илеш районы), «Ветеран» халыҡ хоры (Илеш районы); «Инструменталь башҡарыусанлыҡ» - «Коробейники» халыҡ инструменттары ансамбле (Баҡалы районы), «Юлдаш» халыҡ вокаль-инструменталь ансамбле (Салауат районы), «Фольклор» - «Аҡбуҙат» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Әүешкүл йәшмәләре» халыҡ фольклор коллективы (Учалы районы).

«Биҙәү-ҡулланма сәнғәт» номинацияһында Гөлдәр Шәбиеваның (Салауат районы) эштәре иң яҡшыһы тип танылды.

Сара барышында «Ата-бабалар мираҫы» халыҡ ижады жанрҙары буйынса ижади лаборатория һәм оҫталыҡ дәрестәре, фольклор коллективтары етәкселәре өсөн "түңәрәк өҫтәл", халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре, һынлы сәнғәт йәрминкәһе ойошторолдо.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фестиваль башҡорт фольклорын һаҡлап ҡалыуға, тергеҙеүгә, үҫтереүгә һәм пропагандалауға, башҡорт халҡының этник мәҙәниәте традицияларын асыҡлауға һәм популярлаштырыуға, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә, йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән.

 Фестивалде ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Илеш районы хакимиәте.

 kulturarb сайтынан.

 
Автор:
Читайте нас