

Был конкурс быйыл ҡалабыҙҙа икенсе тапҡыр үткәрелде. Һайлап алыу турына йөрәк һүҙен әйтергә олоһо ла, кесеһе лә ашыҡты. Ҡырҡҡа яҡын бәйгесене абруйлы жюри азалары баһаланы.
Шуныһы ҡыуаныслы: быйылғы конкурста ғаиләһе менән ҡатнашыусылар ҙа булды. 11-се мәктәптән Заһитовтар X синыфта уҡыған ҡыҙҙары Ләйсән һәм бишенселә белем алған улдары Динислам менән сығыш яһаны. Шулай уҡ Благовар, Ишембай райондарынан да бәйгеселәр бар ине. Ә шиғырҙарҙың тематикаһына килгәндә, күберәк махсус хәрби операцияға, әсә һәм бала, Украинала барған ваҡиғаларға бағышланған әҫәрҙәр яңғыраны.
Шиғриәт бәйгеһендә кемдең йөрәк һүҙе тамашасылар күңеленең иң-иң түренә барып етте икән?! Һүҙ оҫталары ике йәш төркөмө буйынса баһаланды. Һәр ҡатнашыусы үҙенең күңеленә хуш килгән, йөрәгенән сыҡҡан шиғырҙарҙы һөйләне. Жюри ағзалары Гран-приҙы Благоварҙан Гөлфирә Хөрмәт ҡыҙы Әхмәтшинаға бирҙе. I урынды Стәрлетамаҡтан Гөлнара Ғәли ҡыҙы Вәхитова һәм беҙҙең мәктәптең X синыфынан Эльвина Ноғоманова яуланы.
Сараға баш ҡаланан мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылды. Улар үҙ сығыштарында бәйгенең юғары кимәлдә үтеүен билдәләне. Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова 23-сө мәктәп директоры Оксана Самойловаға һәм коллективҡа милли рухты күтәреүгә индергән тос өлөштәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ғөмүмән, һәр ҡатнашыусы оло маҡтауға лайыҡ. Ошо ҙур майҙанға сығып, күптәребеҙ әйтергә баҙнат итә алмаған, әммә барыбыҙҙы ла борсоған проблемаларҙы еткереү – үҙе үк батырлыҡ.
Бәйге йыр-моң һәм бейеүҙәр менән аралашып барҙы. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артистарына һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыларына рәхмәт.
Еңеүселәргә Дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Фойела ойошторолған милли биҙәүестәр күргәҙмәһе сараға йәм өҫтәне. Стәрлетамаҡтар, әйтәһе йөрәк һүҙҙәребеҙ күп әле, был шиғриәт бәйгеһе һуңғыһы булмаясаҡ, тигән өмөт менән таралышты.
Венера ВӘХИТОВА, уҡытыусы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы,
23-сө күп профилле полилингваль мәктәп.