+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
4 Май 2023, 05:25

Әйшә Йыһаншина — «Ирәндек моңдары» еңеүсеһе!

Сибайҙа башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары» төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды. Балалар араһында Гран-приҙы Күгәрсен районынан 15 йәшлек Әишә Йыһаншина яуланы!

Әйшә Йыһаншина  — «Ирәндек моңдары» еңеүсеһе!Әйшә Йыһаншина  — «Ирәндек моңдары» еңеүсеһе!
Әйшә Йыһаншина — «Ирәндек моңдары» еңеүсеһе!

Уға 20 мең һумлыҡ бүләк сертификаты һәм велосипед тапшырылды. Ҡыҙ Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флорида Кәримовала уҡый һәм төрлө кимәлдәге конкурстарҙа даими ҡатнаша.

Сибайҙан Айсулпан Иҫәндәүләтова, Хәйбулланан Элина Ҡужагилдина һәм Сибайҙан Тимур Шаһивәлиевтар 6 - 11 йәшлектәр араһында беренсе урынға сыҡты.

Шулай уҡ II – III урындарҙы алыусылар, махсус призға лайыҡ булыусылар һәм дипломанттар билдәләнде. Бынан тыш, өлкән үҙешмәкәр һәм профессиональ башҡарыусылар араһында финалсылар иғлан ителде. Әлеге йәш категорияһында еңеүселәрҙең исемдәре май айында Сибайҙа «Урал аръяғы - 2023» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында билдәле була.

 

Сығанаҡ һәм фото: bash.bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас