+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
12 Май 2023, 07:52

Конкурс 25-се тапҡыр үтә

"Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәрҙең төбәк-ара конкурсы быйыл 25-се тапҡыр ойошторола.

Конкурс 25-се тапҡыр үтәКонкурс 25-се тапҡыр үтә
Конкурс 25-се тапҡыр үтә

Был проектта ошоға тиклем 2 меңдән ашыу бала һәм 650 фольклор коллективы ҡатнашҡан.

Конкурс ике турҙа  үтә. Беренсеһендә ҡатнашыусылар "Урал батыр"ҙы яттан һөйләһә, икенсеһендә ошо йәки бүтән берәй эпостан өҙөктө сәхнәләштерәләр.

Бөгөн конкурстың төбәк этабы башланды. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, финал 16-18 августа Бөрйән районында үтәсәк. 

Фото: education.bashkortostan.ru.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас