Унда республиканың төрлө район-ҡалаларынан ғына түгел, Ырымбур өлкәһенән дә уҡыусылар ҡатнашҡан. Ә Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһынан Назарбаев исемендәге мәктәп уҡыусылары онлайн рәүештә ҡушылған. Төрлө секцияларҙа барлығы 125 доклад тыңланған. Уҡыусыларҙың эштәрен абруйлы баһалама комиссияһы тикшергән.
Сара барышында Мортаза Рәхимов исемендәге кабинетты асыу тантанаһы ла булған.
Фото: vk.com.