

Ул Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә үткәрелә.
"Елкән"гә 8 - 14 йәшлек, бығаса әлеге бәйгелә ҡатнашмаған балалар түбәндәге номинациялар буйынса ғариза бирә ала:
- фортепиано;
-ҡыллы уйын ҡоралдары;
-тынлы уйын ҡоралдары;
-халыҡ уйын ҡоралдары.
Конкурстанттар башҡорт композиторҙарының йәки профессиональ музыканттар эшкәртеүендәге халыҡ көйҙәрен башҡарырға тейеш.
"Елкән" өс турҙан тора: видеояҙмалар буйынса һайлап алыу туры; конкурс туры; финал. Йомғаҡлау концертында Милли симфоник оркестр менән ҙур сәхнәлә уйнау мөмкинлеге биреләсәк.
Ҡатнашыу өсөн заявкалар 2023 йылдың 15 июненә тиклем ҡабул ителә.
Фото: vk.com.