

Ул Көйөргәҙе районының Кинйәабыҙ ауылына нигеҙ һалған. Бик уҡымышлы кеше булған, урыҫ, ғәрәп, фарсы, немец телдәрен белгән. Шуға ла абруйлы абыҙ исемен алған. Башҡорт старшинаһы 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында Емельян Пугачёвтың баш полковнигы була.
Тарихты оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Быйыл милли батырыбыҙҙың тыуыуына 300 йыл тула. Шул айҡанлы II «Кинйә Арыҫланов уҡыуҙары» республика фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Тарихи шәхесебеҙҙең тормош юлы, күренекле замандаштарыбыҙ, халыҡ йырҙары, ер-һыу атамалары... Унда уҡыусылар ун йүнәлеш буйынса һынау тотҡан. Кинйә Арыҫлановҡа арналған шиғыр, хикәйә яҙыу, Ғәли Ибраһимовтың «Кинйә» романынан өҙөктө башҡа телдәргә тәржемә итеү ҙә хупланған.
Ойоштороусылар белдереүенсә, барлығы 562 эш ҡабул ителгән. Бигерәк тә Ҡырмыҫҡалы, Ейәнсура, Илеш, Ишембай, Баҡалы, Ауырғазы, Әлшәй, Көйөргәҙе, Мәләүез, Өфө, Стәрлебаш райондары, Күмертау, Нефтекама, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Өфө ҡалалары уҡыусылары әүҙемлек күрһәткән.
Тикшеренеү эштәре иң яҡшы тип табылғандар һәм уларҙың етәкселәре бүләкләү тантанаһына Мәләүез ҡалаһына йыйылғайны. Улар араһында беҙҙең 108-се мәктәптең IX «В» синыфынан Арыҫлан Ситдиҡов та бар ине.
– «Республикабыҙ үҫешендә ғаиләм роле. Минең шәжәрәм» номинацияһында бүләкләндем. Бының өсөн уҡытыусым Илүзә Рәфил ҡыҙы Яҡшыбаеваға рәхмәт әйтәм, – ти ул.
Арыҫлан яҡшы уҡый, олимпиадаларҙа һынатмай. Ҡурай уйнарға ла өйрәнеп йөрөй икән. Телһөйәр, илһөйәр булып үҫә. Уны ҙур уңышы өсөн ҡотлайбыҙ.
Лилиә МӘҮЛИТОВА, уҡытыусы.
Өфө ҡалаһы.