

Бына гәзитебеҙҙең дуҫтары Бишбүләк районы Ҡаныҡай мәктәбенән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса конкурста ҡатнашып, еңеү менән ҡайтҡандар. Лияна Халиҡова призлы урын яулаған. Етәксеһе – Гөләмзә Мөхәрләм ҡыҙы Айытова. Шулай уҡ сәхнәләштереү буйынса командалар араһында ошо уҡ мәктәп I урын алған. Етәксеһе – Сөмбөл Алламорат ҡыҙы Әсфәндиәрова.
Урал батыр ролендә Байрас Батраев булһа, Радмила Сәфәрғәлиева – Ҡарағаш, Алмаз Муллағолов менән Самира Буранғолова Дейеүҙәрҙе килештереп, бик оҫта башҡарған.
VI – VII синыф уҡыусылары, афарин!