+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
13 Июнь 2023, 05:50

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле дуҫтар, «Йәншишмә»нең «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөндә ойошторолған «Беҙҙең бала саҡ» конкурсына 400-ләп фото алдыҡ. Һәр береһендә – матур-матур, бәхетле балалар! Күҙ теймәһен!

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Фотоларығыҙ менән уртаҡлашҡан өсөн ҙур рәхмәт барығыҙға ла! Конкурс булғас, иң-иңдәрҙе билдәләргә кәрәк. Тауыш биреү буйынса ҡушымта урындарҙы түбәндәгесә бүлгән:
I урын – «Беҙ – ауылдың шәп егеттәре». Күгәрсен районы Йомағужа ауылынан Нурсилә ДИНЕЕВА.
II урын – «Һупайлылар» (308-се балалар баҡсаһы), «Беҙ әкиәт иленән» (130-сы мәктәп). Өфө ҡалаһынан Алина АЙЫТБАЕВА.
III урын – «Өс таған», Ейәнсәрем – Уралиә». Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылынан Тәслимә БИЛАЛОВА.
III урын – «Күләүектә сәпелдәп». Әбйәлил районынан Эльвира ҒАЙСИНА.
Редакция тарафынан да еңеүселәр билдәләнде. Бына улар:
I урын – «Йәншишмә»гә ултырып юғары осоп барам!» Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылынан Миңлегөл ТӘХӘҮЕВА.
II урын – «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ». Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылынан Гөлләриә ӘСФӘТУЛЛИНА.
III урын – «Әсәйемдең гөл һауытында». Баймаҡ ҡалаһынан Гөлнара ӘЛМӨХӘМӘТОВА.
III урын – «Бала саҡҡа һәйкәл». Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһынан йәш хәбәрсебеҙ Ләйлә НӨҒӨМӘНОВА.
Урындарҙы билдәләүе еңелдән булманы. Был конкурсҡа килгән фотоларҙы гәзит биттәрендә һәм сайтында баҫтырып сығарасаҡбыҙ. «Йәншишмә» менән бергә булығыҙ, дуҫтар!

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас