+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
14 Июль 2023, 06:00

Белеме барҙың ҡәҙере бар

 Өфө фән һәм технологиялар университетында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән мәктәп уҡыусылары өсөн Рәсәй халыҡтарының туған телдәре һәм әҙәбиәте буйынса II Федераль олимпиаданың еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы булды.

Был уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультеты деканы, профессор Гөлфирә Абдуллина:

 – Быйыл бәйгелә 500 уҡыусы ҡатнашты, 228-е икенсе турға үтһә, 42-һе – призёр, шуларҙың 4-әүһе еңеүсе булды. Олимпиадала VIII – XI cиныф уҡыусылары һынау тотто. Ә еңеүселәрҙең XI cиныфты тамамлағандарына – быйыл, ә ҡалғандарға алдағы йылдарҙа беҙҙең бүлеккә уҡырға инеү мөмкинлеге бар. Әгәр урыҫ теленән 75 балдан  юғары булһа, стипендиянан тыш, 50 мең премия ҡаралған, ул бер йыл түләнәсәк. Тағы ла беҙҙә башҡа ташламалар ҡаралған.

Әйткәндәй, был федераль олимпиадала  I урынды Яҡутстан алһа, II урында – Дағстан, ә III урынды Башҡортостан яуланы. Иң-иңдәрҙе университеттың ректоры, химия фәндәре докторы, профессор Вадим Захаров ҡотлап, уларға диплом, миҙал һәм бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ еңеүселәрҙе әҙерләүсе уҡытыусыларға ла Рәхмәт хаттары, бүләктәр бирелде. Был тантанала беҙҙең гәзитебеҙҙең дуҫтары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм йәш хәбәрсебеҙҙең ҡатнашыуы һөйөндөрҙө.

Сибайҙағы интернат-гимназияның X синыф уҡыусыһы Зөлхизә Арыҫланова (етәксеһе – Ә. Кәримова- Алдырханова) һәм Баймаҡтағы 4-се лицейҙың XI синыф уҡыусыһы Йәнгүзәл Зәйнуллина (етәксеһе – А. Сирбаева) – I дәрәжәле дипломдар, Сибайҙағы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының X уҡыусыһы Әлмира Ҡаҙаҡбаева (етәксеһе – Ә. Моталлапова) – II дәрәжәле диплом һәм Сибайҙағы интернат-гимназияның IX синыф уҡыусыһы Нәркәс Мортаева (етәксеһе – Ә. Кәримова-Алдырханова) III дәрәжәле диплом менән бүләкләнде.

 – Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән федераль олимпиада тураһында белеп ҡалғас, ҙур теләк менән ҡатнаштым. Туған телемә ҡарата һөйөүемде, ихтирамымды һәм дәрестәрҙә алған белемемде шундай саралар аша күрһәтә, тикшерә алырға мөмкинлегем булыуы мине дәртләндерҙе, илһамландырҙы. Өфө фән һәм технологиялар университетында уҙған сара юғары кимәлдә ойошторолған ине. Студенттарҙың да ҡатнашыуы, беҙҙе йыр, бейеүҙәре менән һөйөндөрөүҙәре икеләтә шатландырҙы.

Олимпиадала ҡатнашыу миңә бик оҡшаны. Эштәр ауыр булыуға ҡарамаҫтан,  бер ҙә һынатманыҡ. Беҙҙе һәр яҡлап тикшерҙеләр. Айырыуса тексты тәржемә итеүе, уға анализ эшләү мауыҡтырғыс булды.

Федераль кимәлдәге олимпиадала башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән еңеүсе булыуым – минең өсөн оло ғорурлыҡ, шатлыҡ һәм яуаплылыҡ. Ғаиләмдең, уҡытыусыларымдың телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға ҡарата бала саҡтан иғтибар, хөрмәт тәрбиәләүҙәренә сикһеҙ рәхмәтлемен, – ти беҙҙең йәш хәбәрсебеҙ Йәнгүзәл Зәйнуллина.

Шулай уҡ үҙ тәьҫораттары менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы бүлешеп: “Килеп ингәндә милли кейемдә, башҡорт моңдары менән ҡаршылауҙары матур күренеш булды. Башҡорттоң ҡунаҡсыллыҡ йолаһын һаҡлап, сәк-сәк, сәй менән һыйланылар. Музейға экскурсияға барҙыҡ. Бик матур саранан күңелебеҙгә рух, дәрт, дарман алып, илһам ҡанаттарын нығытып, ойоштороусыларға сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе еткереп ҡайттыҡ”– тине.

Афариндар! Барығыҙҙы ла ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә гел еңеүҙәр  юлдаш булһын!

Зөһрә ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА.

Белеме барҙың ҡәҙере бар
Белеме барҙың ҡәҙере бар
Белеме барҙың ҡәҙере бар
Белеме барҙың ҡәҙере бар
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас