+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
4 Август 2023, 07:13

"Катюша-юниор" асыҡ фестиваль-конкурсында ҡатнашығыҙ!

Рәсәй Армияһы Үҙәк йорто балаларҙы "Катюша-юниор" асыҡ фестиваль-конкурсында ҡатнашырға саҡыра.

"Катюша-юниор" асыҡ фестиваль-конкурсында ҡатнашығыҙ!"Катюша-юниор" асыҡ фестиваль-конкурсында ҡатнашығыҙ!
"Катюша-юниор" асыҡ фестиваль-конкурсында ҡатнашығыҙ!

Ул 3 этапта ойоштороласаҡ. Беренсеһе ситтән тороп электрон ғаризалар буйынса үтәсәк. Ғаризаны һәм йыр яҙмаһын cdra@mil.ru адресына 15 октябргә тиклем ебәрергә кәрәк була. Икенсе этапҡа үтеүселәр айырым саҡырыу аласаҡ. Ул 15 октябрҙән һуң  www.cdra.ru  сайтында күренәсәк. Исемлеккә ингәнһең икән, тимәк ярымфиналға үттең, тигән һүҙ. 

Дуҫтар, тулы мәғлүмәтте фестивалдең сайтына инеп уҡығыҙ. 

Конкурста яңғыҙ башҡарыусылар, ансамблдәр һәм коллективтар ҡатнаша ала. Еңеүселәр 6 - 9, 9 - 12, 12 - 16 йәшлектәр араһында айырым билдәләнәсәк. 

"Катюша-юниор" фестиваль-конкурсының финалы 10 ноябрҙә Рәсәй Армияһы Үҙәк йортонда үтәсәк. 

Фото: cdra.ru.

"Катюша-юниор" асыҡ фестиваль-конкурсында ҡатнашығыҙ!
"Катюша-юниор" асыҡ фестиваль-конкурсында ҡатнашығыҙ!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас