

Күҙәмбәттәге “Ағиҙел” лагеры таяҡ тығылған ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә – кемдер сәхнә урынлашҡан ергә сығыш яһарға ашыға, бәғзеләр Бөрйәндең хозур тәбиғәтенә һоҡланып, Урал батыр эҙҙәрен һаҡлаған тарихи төбәктән илһам һәм дәрт алып ял итеү менән мәшғүл, ҡайһылар матур ҡаялар фонында фотосессия ойоштора...
Арҙаҡлы яҡташыбыҙ, донъя кимәлендәге билдәле фольклорсы-ғалим, әҙәбиәт ғилеме белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй гуманитар фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (академик, 1995), БР-ҙың Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы (2016), филология фәндәре докторы (1991), профессор (1995), 1995 йылдан Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союздары ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), Башҡортостандың мәғариф отличнигы (1999), республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987) һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014), Бөрйән районының Почётлы гражданы, “Башҡорт халыҡ ижады” күптомлыҡтарын сығарыуға ҙур өлөш индергән, халҡыбыҙҙың алтынға бәрәбәр фольклор мираҫын йылдар дауамында бөртөкләп халыҡтан йыйып, халҡыбыҙға кире том-том китаптар итеп ҡайтарған, баһаһыҙ байлыҡ – мәңгелек рухи мираҫ ҡалдырған ил ағаһы, милләтебеҙ бәҫе Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың ҡыҙы, атай юлынан киткән ғалимә, филология фәндәре докторы Нәркәс Әхмәт ҡыҙы Хөбөтдинова рәислегендәге абруйлы жюри, өҫтәл артына тамырланып, һәр сығышты диҡҡәт менән тыңлай, баһалай.
Уҡыусылар ҙа һынатмай – йылдан-йыл оҫтара, йышыла, юлдар һанын ишәйтә.
Бына үҙебеҙҙең Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы (7-сегә күскән) Розалия Буранованы ғына алайыҡ – быйыл февралдә эпостың 2149 юлын ятлаған булһа, бөгөн эпик ҡомартҡыны тотошлайы менән (4600 юл) ятҡа бикләгән! Розалияны конкурсҡа уҡытыусыһы Миләүшә Ширғәле ҡыҙы Ишбулатова әҙерләп алып килгән. Эпоста 5 донъяны сағылдырыусы костюм да ижад иткәндәр.
“Беҙ "Урал батыр" эпосындағы бер нисә илде берләштергән, мәҫәлән, Ҡатил батша, Самрау батша, Йәнбирҙе ҡарттың бәләкәй иле, йыландар иле, дейеүҙәр илен берләштереп, ошо осорҙағы хәллерәк ҡатын ҡыҙҙарҙың кейемен күҙ уңында тотоп, шул осорҙоң сағылышы булған этнокостюм тыуҙырҙыҡ. Етәксем Миләүшә Ширғәли ҡыҙы менән уйланыҡ, эшләнек. Алҡа, беләҙек, муйынсаҡ, билбауҙы ысын тиренән эшләнек, күлдәгебеҙҙе бергәләп һыҙып-бесеп тектереп алдыҡ, биҙәнек. Был костюмды эшләүгә тағы ла минең әсәйем һәм уҡытыусымдың ҡыҙы Зөлхизә ярҙамлашалар”, – ти Розалия.
Розалияны жюри ихлас һынаны – эпостан үҙҙәре теләгән ике юлын әйтәләр ҙә, унан дауам итеүен һорайҙар. Бирешмәне Бөрйән ҡыҙы – һынауҙы лайыҡлы үтте. Афариндан башҡа һүҙ юҡ уға!
Сығыштар, яңы таныштар, тулҡынланыуҙар, сәм, дәрт һәм еңеү ҡомары... Берәүҙәр инде һынауҙарын үтеп Шүлгән мәмерйәһенә сәйәхәткә йыйынһа, икенселәрҙе алда яуаплы сығыш көтә.
Йәш сәсәндәрҙең сығыш сәхнәһе бының менән генә тамамланмаһын әле – халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыларын үҙ итеүсе, уларҙы яратыусы, таратыусы, донъяға яңғыратыусы Урал вариҫтары тыуып торһон, булып торһон, еңеп торһон әле!
Айһылыу Ғарифуллина.
Фото: Айһылыу Ғарифуллина.