

Музейҙың төркөмөндәге еңел генә шарттарҙы үтәп, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең “Мәктәпкә” исемле шиғырын үҙегеҙсә дауам итеп, бәйге посы аҫтында комментарий итеп ҡалдырырға кәрәк. Иң йөкмәткеле тип табылған шиғыр авторҙарын уҡыу кәрәк-яраҡтары, Гөлфиә Юнысованың "Илһамлы яҙмыштар" китабы һәм башҡа бүләктәр көтә. Үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!
Конкурсҡа йомғаҡ 30 август көнө яһаласаҡ. Шиғыр ошолай башлана:
Беренсе сентябрь көнө,
Ә ҡояш әле ҡайнар...
Фото: vk.com.