+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
28 Август 2023, 10:25

Рух үлмәһә, милләт йәшәр!

Урал батырҙың эҙҙәре, Шүлгәндең аһтары ҡалған хозур төбәктә – «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең 25-се төбәк-ара конкурсы үтте. Сирек быуатлыҡ тарихында (Бөрйән районында иһә унан да күберәк – 27-се тапҡыр уҙа) бәйгелә 5 меңгә яҡын уҡыусы сәсәнлектә һынау тотҡан.

Рух  үлмәһә, милләт йәшәр!Рух  үлмәһә, милләт йәшәр!
Рух үлмәһә, милләт йәшәр!

Бына сәхнә түрен быйылғы бәйгеселәр ала – рәхмәт уларға, тел бәҫен белеүселәргә, рухыбыҙ һағында тороусы йәш сәсәндәргә! Үҙҙәренә һоҡланып ҡарап тор­ҙоҡ. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Вәлиева конкурстың башланыу тарихы, рухыбыҙҙы уятыр сараны үткәреү йәһәтенән ҙур тырышлыҡ һалыусы бөрйәндәр, бәйгенең 27 йыл дауамында мәртәбәһе артыуы, географияһы киңәйеүе, ҡатнашыусыларҙың төрлө яҡлап үҫеүе хаҡында матур тарих бәйән итеп, ра­йон етәкселеге исеменән рәхмәт белдерҙе.

Шулай итеп, быйылғы иң-иңдәрҙе билдәләү мәле лә етте. Улар төрлө номинацияларҙа бүләкләнде. «Урал батыр» эпосын төрөк теленә тәржемә итеүсе, ғилми яҡтан өйрәнеүсе, оҙаҡ йылдар жюри составында эшләүсе Ғәйнислам Ибраһимов исемендәге махсус премияны Баймаҡ райо­ны Темәс мәктәбе уҡыусыһы Разалиә Ибраһимова алып һөйөндө.

«Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева Алтынай Ишбаеваға (Ырымбур өлкәһе, Төйлөгән районы, Аллабирҙе мәктәбе), Зарина Фәләховаға (Силәбе өлкәһе, Сосновка райо­ны, Сируси мәктәбе), Зөлфиә Яхинаға (Сибай, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге лицей) – Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайының бүләктәрен, ә Илзидә Закаринаға (Краснокама районы, Яңы Бура мәктәбе), Асҡар Маликовҡа (Өфө, 147-се мәктәп), Мәҙинә Хәбибуллинаға (Өфө, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы), Нургизә Әбделмәноваларға (Салауат ҡалаһы, 25-се башҡорт гимназияһы) редакцияның махсус приз­дарын тапшырҙы. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Илдус Ҡаһарманов Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының махсус бүләктәрен алып килгәйне. Улар Йылайыр районының Исҡужа мәктәп-баҡса тәрбиәләнеүсеһе Йәмилә Яман­ғоловаға, Бөрйән районынан Айназ Ғиззәтуллинға һәм Ишембай районы Маҡар мәктәбенән Искәндәр Һиҙиәтовҡа бирелде.

«Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ образы» номинацияһында – Наҙгөл Ғәбитова (Өфө, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы), ә «Иң яҡшы ир-ат образы» номинацияһында Илтимер Мырҙағолов (Бөр­йән районы, Иҫке Собханғол мәктәбе) еңеүсе булды.

Призлы урындарға килгәндә, беренселекте Бөрйән рай­онының Иҫке Собханғол мәктәбе ижади коллективы менән Йылайыр районы Юлдыбай ауылының «Ләйсән» балалар баҡсаһы ижади коллективы бүлеште. Төрлө номинацияла еңеүселәрҙе филология фәндәре докторы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның баш­ҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге ғилми хеҙмәткәре, жюри рәйесе Нәркәс Хөббөтдинова ҡотланы. Яҡшы һөҙөмтә күр­һәткән өсөн мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары менән Нияз Бай­йегетов (Баймаҡ ҡалаһы, 5-се мәктәп), Рияз Ғилметдинов (Мәсәғүттәге Тимер Йосопов исемендәге республика интернат-лицейы), Ибраһим Мөхәмәтшин (Баймаҡ районы, Иҫке Сибай «Сулпылар» балалар баҡсаһы – баланы үҫтереү үҙәге), Данияр Бикбов (Хәйбулла районы, «Шатлыҡ» 3-сө балалар баҡсаһы), Дилбәр Фәритова (Баймаҡ районы, Сосновка мәктәбе), Зөлхизә Аманова (Учалы районы, Ураҙҙағы Талха Ғиниәтуллин исемендәге лицей), Айсар Әхмәтшин (Әб­йә­лил районы, Красная Башкирия мәктәбе), Алина Шәйбәкова (Туймазы ҡалаһы, 7-се мәктәп) бүләкләнде.

Быйыл бәйгене интернет селтәрҙәрендә яҡтыртып барыусылар араһында «Мин – блогер» исемле конкурс иғлан ителеп, уларҙың еңеүселәре лә билдәләнде. Бөрйән районының йәш блогерҙары – «Бала саҡ нави­гаторҙары» иң-иңе булып танылды.

Эпосты яңғыҙ башҡарыу­сылар араһында призлы урындар яулаусылар: Ләйлә Тимерғәлиева (Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы), Ил­һам Рәхимов (Ғафури районы, Сәйетбабалағы Жәлил Кейекбаев исемендәге мәктәп), Әҙилә Әми­нева (Баймаҡ ҡалаһы, «Айыу­ҡай» балалар баҡсаһы) III урынды яулаһа, Миләүшә Дусиева (Баҡалы районы, Мостафа мәктәбе), Яҙгөл Хәйруллина (Ишембай ҡалаһы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се баш­ҡорт интернат-гимназия­һы), Аида Йомағужина (Мәсәғүттәге Тимер Йо­сопов исемендәге республика интернат-лицейы) II урынды бүлеште. Ә Регина Ғәлиева (Белорет ҡалаһы, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы), Розалиә Буранова (Бөрйән районы, Иҫке Собханғол мәктәбе) һәм Исмәғил Йыһануров (Бөрйән районы, Иҫке Монасип мәктәбе) – I урында!

Бар еңеүселәрҙе мәғариф һәм фән министрлығының дипломы, туристик юллама менән бүләкләнеләр.

Ә кем 25-се юбилей конкурсының абсолют еңеүсеһе булды һуң? Түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Бына мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Зәкир ҡыҙы Ғәлиева тылсымлы конвертты аса. Унда Гран-приға лайыҡ булыусы – Өфөләге республика инженер интернат-лицейының X синыф уҡыусыһы Рәзинә Шахморатова!

– Был мәртәбәле бәйгелә еңеүемә сикһеҙ шатмын. Иң ҙур рәхмәтем – әсәйемә, күпме ваҡытын минең өсөн сарыф итеп, ярышҡа әҙерләне. Унда мин I синыфтан ҡатнашам. «Урал батыр» эпосын ятлап, тарихи ҡомартҡыбыҙҙы төптән белдем, әйҙәгеҙ, ошо рухи мираҫыбыҙҙы һаҡлайыҡ һәм киләсәк быуынға еткерәйек, – тине ул ҡурайҙа уйнап һәм эпостан яратҡан өҙөгөн һөйләне.

Эйе, Урал батыр тирә-йүнгә Йәншишмә һыуын тағы һиптеме ни – өс көн дауамында Бөрйән ере йәш сәсәндәрҙең рухлы, сәмле сығышына шаһит булды. Ҡобайырҙар төбәге булған изге еребеҙҙә, тәү төйәгебеҙҙә боронғолоҡтоң үҙе яңғыраны, башҡорт рухы тау булып күтәрелде, ҡая булып ҡалҡты. Киләсәгебеҙҙең рухлы, ышаныслы ҡулдарҙа икәненә төшөндөрҙө.

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.

 

Сәриә ҠАҺАРМАНОВА, Белорет ҡалаһы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

– Был бәйгелә беҙҙән X синыф уҡыусылары Регина Ғәлиева, Ильяс Шәһийәзданов, Арыҫлан Хөсәйенов, Илнара Сәғитова, Наҙгөл Заһитуллина ихлас әҙерләнеп, лайыҡлы сығыш яһаны. Регинабыҙ бынан дүрт йыл элек эпосты тулыһынса ятланы. Быйылғы сығышы I урын менән баһаланды. Әҫәрҙе сәхнәләштереүҙә ҡатнашҡан Ильяс, Арыҫлан, Наҙгөл, Илнара ла һоҡландырҙы. Быйыл, башҡа йылдарҙан айырмалы, геройҙарҙың кейеме кейеҙҙән баҫыл­ғандары менән тулыландырылды. 21 команда араһында беҙҙекеләр III урын яуланы.

Нияз БАЙЙЕГЕТОВ, Баймаҡтағы 5-се мәктәптең IV cиныф уҡыусыһы:

– Бәйгенән рухланып, ҡанатланып, киләһе конкурсҡа яңы идеялар туплап, алға маҡсаттар ҡуйып ҡайттым. Арттырмай ғына шуны әйтә алам: абсолют еңеүсе булғансы барам! «Урал батыр» эпосының 600-ҙән ашыу юлын ятланым, призлы урын алмаһам да, бик ҡәнәғәтмен.

Шулай ҙа мәғариф һәм фән министрлығының «Яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкәне өсөн» дипломы һәм 2000 һумлыҡ премия­һын алып шатландым. Уҡытыу­сым Ди­нә Ғәфүр ҡыҙы Мыр­ҙа­ғәлина менән әсәйемә рәхмәтлемен. Бөрйән еренең тәбиғәтенә, тау­ҙарына, ҡаяларына мөкиббән китеп, Ағиҙелдә туй­ғансы һыу төшөп ҡайттым. Бик бай тәьҫораттар алдым бәйгенән. Унда һеҙ ҙә ҡатнашы­ғыҙ, һис үкенмәҫһегеҙ.

Ландыш СӘҒЕТДИНОВА, Илеш районы Йөннө мәктәбенең IX синыф уҡыусыһы:

– «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә ҡатнашҡаныма ҡыуанып бөтә алмайым. Ундағы йылы, ихтирамлы мөнәсәбәт, матур итеп ойошторолоуы ныҡ оҡшаны. Жюри ағзалары бөтә сығыштарҙы ла бик иғтибарлы һәм ҡыҙыҡһынып тыңланы. Был сағыу ваҡиға өсөн ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!

Бигерәк тә «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы матурлығы менән таң ҡалдыр­ҙы. Мин «Берҙәмлектә – көс» номинацияһына лайыҡ булдым. Әҙерләнергә ярҙам иткән етәксем Рәмилә Финус ҡыҙы Фәрүә­зо­ваға, атай-әсәйемә рәхмәтемде белдерәм. «Урал батыр» эпосын белергә кәрәк, тип уйлайым. Сөнки балалар халҡының тарихын, ата-бабаларыбыҙҙың көнкүрешен белеп үҫергә тейеш.

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Бөрйән районы.

Рух  үлмәһә, милләт йәшәр!
Рух  үлмәһә, милләт йәшәр!
Рух  үлмәһә, милләт йәшәр!
Рух  үлмәһә, милләт йәшәр!
Рух  үлмәһә, милләт йәшәр!
Рух  үлмәһә, милләт йәшәр!
Рух  үлмәһә, милләт йәшәр!
Рух үлмәһә, милләт йәшәр!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас