+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
28 Август 2023, 12:00

Сәскәләре күҙҙе ҡамаштыра

Саҡмағош районында Сәскәләр фестивале үтте.

Сәскәләре күҙҙе ҡамаштыраСәскәләре күҙҙе ҡамаштыра
Сәскәләре күҙҙе ҡамаштыра

Ауыл мәҙәниәт йорттары биләмәләре аллы-гөллө аҡланға әйләнде. Сағыу композициялар һәм гөлләмәләр алты номинацияла тәҡдим ителде: “Еңеү сәскәләре”, “Сәскә аша һиңә асылам”, “Сәскә ат, ауылым”, “Сәскәләр матурлығы”, “Тәҙрә төбөмдә – матур баҡсам” һәм “Сәй өҫтәле”.

Тематик күргәҙмәләр байрамдың сағыу акценты булды. Берәүҙәр ҡыҙыҡлы натюрморттар тәҡдим итте, икенселәр ғәҙәти булмаған ҡул эштәре менән хайран ҡалдырҙы. Таш, сәйлән, туҡыма ҡулланылып яһалғандары бигерәк матур ине.

Ҡатнашыусылар сәскәләр хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алды, уларҙың кеше тормошона йоғонтоһо тураһында белде. Сағыу концерт номерҙары сараның биҙәге булды.

– Фестиваль район халҡын беренсе йыл ғына ҡыуандырмай. Сәскәләр байрамы – ысын мәғәнәһендә изгелек һәм яҡшы кәйеф сығанағы, - тип билдәләне Саҡмағош районының мәҙәниәт бүлеге мөдире Рәмзиә Вәлиева.

Фото: vk.com.

Сәскәләре күҙҙе ҡамаштыра
Сәскәләре күҙҙе ҡамаштыра
Сәскәләре күҙҙе ҡамаштыра
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас