+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
5 Сентябрь 2023, 12:00

Иң яҡшы китапты бергәләп һайлайыҡ!

Дуҫтар, 15 – 17 сентябрҙә Новосибирск ҡалаһында китап һөйөүселәрҙең IX халыҡ-ара фестивале үтә. Һеҙҙең Башҡортостан тәҡдим иткән китаптар өсөн тауыш бирергә мөмкинлегегеҙ бар!

Иң яҡшы китапты бергәләп һайлайыҡ!Иң яҡшы китапты бергәләп һайлайыҡ!
Иң яҡшы китапты бергәләп һайлайыҡ!

“Себер-Евразия йыл китабы 2023” конкурсында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенән түбәндәге ижад өлгөләре ҡатнаша:

  1. “Үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн иң яҡшы китап” номинацияһында Сергей Аксаковтың “Багров-ейәндең бала саҡ йылдары” (https://www.bibliosib.ru/attendees/prize/64b91c343bcc1e01acf31422), “Ғаилә йылъяҙмаһы” (https://www.bibliosib.ru/attendees/prize/64b907f23bcc1e01acf31421), Ирина Исмәғилеваның “Бесәй Сиған хикәйәттәре. Тылсымлы Ильм” (https://www.bibliosib.ru/attendees/prize/64b91f993bcc1e01acf31423) әҫәрҙәре өсөн тауыш бирә алаһығыҙ.
  2. “Тыуған яҡты өйрәнеү буйынса иң яҡшы китап” номинацияһына Рәмил Рәхимовтың “Ырымбурҙағы Карауанһарай – Рәсәйҙең тарихи-мәҙәни ҡомартҡыһы" исемле эше дәғүә итә: https://www.bibliosib.ru/attendees/prize/64a664c73bcc1e01acf31404.
  3. “Нәфис әҙәбиәттең иң яҡшы өлгөһө” Евгений Чумаковтың “Һандуғастар һайраған ер” китабы була ала: https://www.bibliosib.ru/attendees/prize/64b9054f3bcc1e01acf31420. Тауыш биреү 6 сентябргә тиклем генә, өлгөрөп ҡалығыҙ!
Иң яҡшы китапты бергәләп һайлайыҡ!
Иң яҡшы китапты бергәләп һайлайыҡ!
Иң яҡшы китапты бергәләп һайлайыҡ!
Иң яҡшы китапты бергәләп һайлайыҡ!
Иң яҡшы китапты бергәләп һайлайыҡ!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас