+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
6 Сентябрь 2023, 09:03

Гитаралы булғың киләме?

8 сентябрҙә матур байрам - Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнө үткәрелә. Ошо айҡанлы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы "Ғаилә ҡомартҡыһы" тигән конкурс ойоштора. 

Гитаралы булғың киләме?Гитаралы булғың киләме?
Гитаралы булғың киләме?

Бәйгелә ҡатнашыу өсөн:
1. Олатай-өләсәйҙәрҙән ҡомартҡы булып ҡалған боронғо милли кейем йә милли кейем элементтарын күрһәтеп, улар тураһында ентекле һөйләп, видео төшөрөгөҙ.
2. Видеояҙмағыҙҙы үҙегеҙҙең "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәгеҙгә #ҒаиләҠомартҡыһы2023 хештегы менән һалығыҙ.

Эштәр 8 сентябрь  23.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә. Еңеүсене видео сифаты, ентекле һөйләү, конкурс темаһына тура килеү, лайыҡтар һәм ҡарауҙар һанына ҡарап билдәләйәсәктәр.

Еңеүсе ГИТАРА һәм Рәхмәт ҡағыҙы менән бүләкләнәсәк!

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас