+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
15 Сентябрь 2023, 03:20

«Исламдың ҡул эштәре өйгә йәм бирә»

«Йәншишмә» гәзите иғлан иткән «Үҙем эшләгән уйынсыҡ» конкурсы дауам итә. Киләһе ҡатнашыусыбыҙ – Сибай ҡалаһының мөмкинлектәре сикләнгән балаларға дистацион белем биреү үҙәгендә IX синыфта уҡыған Ислам Ҡаһарманов. Әйткәндәй, тап бөгөн уға 16 йәш тула икән. Ҡотлайбыҙ!

«Исламдың ҡул эштәре өйгә йәм бирә»«Исламдың ҡул эштәре өйгә йәм бирә»
«Исламдың ҡул эштәре өйгә йәм бирә»

Үҫмер гәзитебеҙ үткәргән ижади бәйгеләрҙә беренсегә ҡатнашмай. Былтыр «Беҙ – бала саҡ илененән» тигән конкурсыбыҙҙа I урынды яулағайны.

«Ислам – тырыш уҡыусы. Иң яратҡан дәрестәре – хеҙмәт һәм рәсем. Һүрәттәре сағыу килеп сыға. Ҡул эштәренә лә оҫта ул – туҡыманан, гипстан,пластилиндан матур әйберҙәр эшләй. Улар өйгә йәм биреп тора.

Ислам  – әсәһенең ҙур ярҙамсыһы. Салаттарҙы бик оҫта эшләй. Был һөнәргә уны әсәһе өйрәтә. Тырыш, егәрле малай ул.

Конкурсҡа ебәргән уйынсыҡтарҙы Ислам Күмертау ҡалаһындағы реабилитация үҙәгендә дауаланған саҡта эшләне. Үҙәктең белгестәренә ҙур рәхмәт. Ислам унан тағы ла матурыраҡ һөйләшергә өйрәнеп ҡайтты», – тип яҙа яҡындары.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, онлайн-конкурс Өфөлә асылған «Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар фестиваленә арнала һәм 17 сентябргә тиклем дауам итә.

«Исламдың ҡул эштәре өйгә йәм бирә»
«Исламдың ҡул эштәре өйгә йәм бирә»
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас