

Егет Кувыкин исемендәге Октябрьский нефть колледжының өсөнсө курсында белем ала. Буласаҡ геолог бәйгелә колледж исеменән сығыш яһаусы команда составында ҡатнаша. Студент остазы, файҙалы ҡаҙылмалар, минералогия һәм петрография уҡытыусыһы Валентина Митрофанова менән бергә чемпион ярыштарына әҙерләнә.
— Мәктәптә уҡығанда уҡ география һәм тарих буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашып торҙом. Геология мине күптән ҡыҙыҡһындыра, – ти Марат. — Хатта ял иткәндә лә мин таштарға иғтибар итәм. Геологик яҡтан беҙҙең төбәк бик бай. Минең өсөн бындай ҙур чемпионатта ҡатнашыу – ул, тәү сиратта, яңы белем алыу, белгестәр менән аралашыу һәм ҡыҙыҡлы объекттарға барыу.
Октябрьский нефть колледжы данын биш студенттан торған команда яҡлаясаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “ГеоСаҡырыу” чемпионаты беҙҙә 16 — 22 сентябрҙә үтәсәк.
Фото: mgazeta.