

«Был уйынсыҡты әсәйем менән бергә бәйләнем. Бының өсөн интернеттан йомшаҡ еп һәп уйынсыҡ өсөн күҙҙәр яҙҙыртып алдыҡ. Әсәйем ырғаҡ менән бәйләй башлағас, мин был эште ҡыҙыҡһынып күҙәттем. Әсәйем быны күреп, миңә лә ырғаҡ тоторға һәм бәйләргә өйрәтте. Әсәйемә уйынсыҡты бәйләргә ярҙам иттем, күҙҙәрен һәм танауын да үҙем йәбештерҙем. Бергә эшләгәс, уйынсыҡ бик матур килеп сыкты», - тип яҙған Таһир.
Дуҫтар, онлайн-конкурс Өфөлә асылған «Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар фестиваленә арнала һәм 17 сентябргә тиклем дауам итә. Бәйгенең шарттары тураһында ошо һылтанма буйынса уҡығыҙ.