+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
17 Сентябрь 2023, 03:55

«Күңелле яуаптар» уйыны баланың телмәрен үҫтерә

«Йәншишмә» гәзите иғлан иткән «Үҙем эшләгән уйынсыҡ» конкурсының киләһе ҡатнашыусыһы – Баймаҡ ҡалаһындағы «Айыуҡай» башҡорт балалар баҡсаһы логопеды Ләйсән Иманғолова. Ул «Күңелле яуаптар» тигән уйынсыҡ уйлап сығарған.

«Заман балалары донъяға килеү менән технологиялар һәм гаджеттар доньяһына инеп китә. Мәғлүмәттең үтә күп булыуы уның китап, һүрәттәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын кәметә. Бала яңы материалды теләп үҙләштерһен, телмәрен үҫтерһен өсөн уйындар заманса һәм мауыҡтырғыс булырға тейеш. Шуға ла тәрбиәләнеүселәр өсөн «Күңелле яуаптар» тигән уйын эшләнем. Был уйын электрон системалы схема ярҙамында яһалған. Бала дөрөҫ яуап бирһә, лампочка яна һәм көй уйнай. Ә инде һорауҙар менән карточкаларҙы һәр ата-әсә, педагог, үҙенең фантазияһы һәм маҡсатынан сығып, төрлө темаға эшләй ала», – ти уйынсыҡтың авторы Ләйсән Иманғолова.

Видеола – «ш» өнөн һүҙҙәрҙә нығытыу маҡсатында үткәрелгән уйын.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, онлайн-конкурс Өфөлә асылған «Әйҙә уйнарға» («Айда играть») Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар фестиваленә арнала. Эштәр бөгөн аҙаҡҡы көн ҡабул ителә. Бәйгенең шарттары тураһында ошо һылтанма буйынса уҡығыҙ.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас