+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
18 Сентябрь , 10:30

Алһыу бесәй ҡайҙан килгән?

Гүзәл Әхтәмова Өфө ҡалаһының М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында IV «Г» синыфында уҡый. Алһыу төҫтәге ҡупшы бесәйҙе нимәнән эшләгән тип уйлайһығыҙ?

Алһыу бесәй ҡайҙан килгән?
Алһыу бесәй ҡайҙан килгән?

«Һүрәт төшөрөргә, ҡул эштәре менән булышырға бик яратам. Ошо көндәрҙә бер уйынсыҡ эшләнем. Башта уның йөҙөн һәм тәпәйҙәрен полимер балсыҡтан яһаным. Шунан йөҙөнә быяла күҙҙәр ҡуйҙым һәм мейестә 15 минуттай ҡатырып алдым. Аҙаҡтан уларҙы акриль буяу, ялтыр лак менән буяным. Кәүҙәһен йомшаҡ туҡымаға синтепон тултырып тектем. Кәүҙәгә йөҙө менән тәпәйҙәрен елем менән йәбештерҙем. Яратҡан уйынсығым бик матур килеп сыҡты!» – тигән ҡыҙ.

Бер уйынсыҡ яһар өсөн күпме көс, тырышлыҡ һалған Гүзәл. Күңел йылыһын ҡушып эшләгәне һиҙелеп тора.

Дуҫтар, «Үҙем эшләгән уйынсыҡ» конкурсына эштәр ҡабул итеү тамамланды. Ул Өфөлә уҙған «Әйҙә уйнарға» («Айда играть») Бөтә Рәсәй уйын фестиваленә арналды. Кемдәр ҡатнашып өлгөрмәгән, кәйефегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Алда тағы ла матур ижади бәйгеләр көтә! Беҙҙең менән ҡалығыҙ!

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас в