

«Миңә мәктәптә уҡыуы бик ныҡ оҡшай. Дәрестәрҙән һуң Фәнгизә Таиф ҡыҙы Ғарипова етәкләгән һүрәт төшөрөү түңәрәгендә шөғөлләнәм, шулай уҡ бейеү, спорт түңәрәктәренә яратып йөрөйөм. Буш мәлемдә өйҙә сәйләндән беләҙектәр, пластилиндан төрлө һындар эшләргә яратам. Был юлы мин үҙем һымаҡ башҡорт ҡыҙын эшләнем», – тип яҙған Айгөл.
Ҡурсаҡ бик матур килеп сыҡҡан шул, бына-бына бейеп китер төҫлө!
Дуҫтар, «Үҙем эшләгән уйынсыҡ» конкурсына эштәр ҡабул итеү тамамланды. Кемдәр ҡатнашып өлгөрмәгән, кәйефегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Алда тағы ла матур ижади бәйгеләр көтә! Беҙҙең менән ҡалығыҙ!