+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
18 Сентябрь 2023, 04:00

Айым пластилиндан сағыу уйынсыҡтар эшләргә әүәҫ

Айым Байбулатова Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының III «Б» синыфында уҡый. Ҡыҙ пластилин, төҫлө ҡағыҙ һәм фломастер ярҙамында уйынсыҡтар эшләй. Ҡул эшенә оҫта икәне күренеп тора – бәләкәй генә роза сәскәләрен ҡайһылай килештереп әүмәләгән!

Айым пластилиндан сағыу уйынсыҡтар эшләргә әүәҫАйым пластилиндан сағыу уйынсыҡтар эшләргә әүәҫ
Айым пластилиндан сағыу уйынсыҡтар эшләргә әүәҫ

Айым «Йәншишмә» гәзите үткәргән «Үҙем эшләгән уйынсыҡ» конкурсына ҡупшы ғына себеш менән ҡуянды ебәргән.

«Был уйынсыҡтарҙы эшләр өсөн миңә пенопласт, пластилин, фломастерҙар кәрәк булды», – ти һәләтле ҡыҙ.

Себеш менән ҡуян, ысынлап та, матур килеп сыҡҡан, шулай бит, дуҫтар? Уларға ҡарау менән йылмайғы килә.

Дуҫтар, «Үҙем эшләгән уйынсыҡ» конкурсына эштәр ҡабул итеү тамамланды. Кемдәр ҡатнашып өлгөрмәгән, кәйефегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Алда тағы ла матур ижади бәйгеләр көтә! Беҙҙең менән ҡалығыҙ!

Айым пластилиндан сағыу уйынсыҡтар эшләргә әүәҫ
Айым пластилиндан сағыу уйынсыҡтар эшләргә әүәҫ
Айым пластилиндан сағыу уйынсыҡтар эшләргә әүәҫ
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас