+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
18 Сентябрь 2023, 05:00

Милли кейем менән таныштырыусы уйынсыҡты нисек эшләргә?

«Йәншишмә» гәзите үткәргән «Үҙем эшләгән уйынсыҡ» конкурсында педагогтарҙың да ҡатнашыуы ҡыуандыра. Иң мөһиме, уларҙың эштәре балаға милли мәҙәниәтте, туған телде өйрәтеүгә йүнәлтелгән. Был уйынсыҡты Сибай ҡалаһының "Ҡояшҡай "балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Заманова яһаған.

Милли кейем менән таныштырыусы уйынсыҡты нисек эшләргә?Милли кейем менән таныштырыусы уйынсыҡты нисек эшләргә?
Милли кейем менән таныштырыусы уйынсыҡты нисек эшләргә?

«Балаларҙы милли кейемдәр, уларҙың биҙәктәре менән таныштырыу маҡсатында «Ҡурсаҡҡа милли кейем кейҙер» тигән уйынсыҡ уйлап сығарҙым. Уны эшләүҙә фетр һәм магнитлы төймәләр ҡулланылды», – тип яҙған ижади ҡарашлы педагог.

Дуҫтар, «Үҙем эшләгән уйынсыҡ» конкурсына эштәр ҡабул итеү тамамланды. Ул Өфөлә уҙған «Әйҙә уйнарға» («Айда играть») Бөтә Рәсәй уйын фестиваленә арналды. Кемдәр ҡатнашып өлгөрмәгән, кәйефегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Алда тағы ла матур ижади бәйгеләр көтә! Беҙҙең менән ҡалығыҙ!

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас