+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
26 Сентябрь 2023, 10:32

Өфөнән ике еңеүсе!

Һамар ҡалаһында 18 – 22 сентябрҙә “Виват, баян!” XXI халыҡ-ара конкурсы уҙҙы. Бөтә илдән йөҙҙән ашыу музыкант килде.

Өфөнән ике еңеүсе!Өфөнән ике еңеүсе!
Өфөнән ике еңеүсе!

Жюри ағзаларына еңелдән булмағандыр инде. Һәр бала һәләтле бит! Шулай ҙа беҙҙекеләр һынатманы. Нариман Сабитов исемендәге 1-се музыкаль мәктәп уҡыусыһы Булат Мишәров бындай ҙур сарала тәүге тапҡыр ҡатнашты. “Малыш классика-2” номинацияһында I урын яуланы ул.

Вилдан Хөрмәтуллин иһә 15-се балалар музыка мәктәбендә шөғөлләнә. Ул “Малыш классика-1” номинацияһында икенсе булды.

Малайҙарҙың баян буйынса уҡытыусыһы – Айнур Искәндәров. Афарин, ҡотлайбыҙ!

Фото: vk.com.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас