

Балалар аҙна дауамында өс йүнәлеш буйынса видеороликтар әҙерләне. Уҡыусыларҙың үҙидаралығы, бала саҡ навигаторҙары һәм бала күҙлегенән уҡытыусының тормошонан бер көн тигән темалар тәҡдим ителгәйне. Конкурста ете мәктәп һәм Аҡъяр ауылының социаль приюты ҡатнашты. Жюри хөкөмөнә йәмғеһе 10 видеояҙма тәҡдим ителде.
Бүләкләү тантанаһына бөтә ҡатнашыусылар ҙа саҡырылды. Улар дипломдар, грамоталар һәм төрлө суммаға бүләк сертификаттар алып ҡыуанды.
Гөлназ ИБРАҺИМОВА.
Хәйбулла районы.