+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
2 Октябрь 2023, 11:39

Уҡсылар йыйылды

Шамонин ауылында ҙур һәм күңелле сара уҙҙы. Өфө районы Башлығы кубогы өсөн көрәште уҡсылар.

Уҡсылар йыйылдыУҡсылар йыйылды
Уҡсылар йыйылды

Милли йәйәнән уҡ атыу турниры әллә күпме халыҡты йыйҙы. Төрлө райондарҙан килгәйнеләр. Уҡсылар инде бер-береһен танып та тора – һуңғы йылдарҙа бындай бәйгеләр йыш ҡына үткәрелә. Ә көндөң матурлығы!

Ҙурҙар һәм балалар араһында урындар айырым билдәләнде. Шулай итеп, ҡыҙҙарҙан Ишембай ҡалаһынан Зарина Зарипова бер кемгә лә алдынғылыҡты бирмәне. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Вита Носкова (Балаҡатай районы) менән Ильвина Әлибаева (Әбйәлил районы) бүлеште.

Ауырғазы районы уҡсыһы Батырхан Ғайсин малайҙар араһында йәнә беренсе булды. Афарин, еңеүҙәренең иҫәбе-һаны юҡ тиһәң дә була! Исмаил Ниғмәтуллин (Ейәнсура) – икенсе, Ильяс Һөйөндөков (Өфө) өсөнсө урынды лайыҡлы рәүештә яуланы. Береһе лә бүләкһеҙ ҡайтманы – спонсорҙар яҡшы әҙерләнгән.

Кескәйҙәргә иһә ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре, уйындар ойошторолғайны. Сара юғары кимәлдә үтте.

Фото: vk.com.

Уҡсылар йыйылды
Уҡсылар йыйылды
Уҡсылар йыйылды
Уҡсылар йыйылды
Уҡсылар йыйылды
Уҡсылар йыйылды
Уҡсылар йыйылды
Уҡсылар йыйылды
Уҡсылар йыйылды
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас