

Тәүҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре урындағы мәктәп уҡыусылары өсөн ҡорот әҙерләү процесын күрһәтте.
– Ҡорот эшләүҙең ысулдары бер нисә, – ти жюри ағзаһы, Учалы районының мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәре Лида Зевакина. – Бөгөн беҙ ҡайһы бер хужабикәләрҙең уға йәшел тәмләткес, йөҙөм һәм ваҡланған емеш-еләк өҫтәүен белдек.
Сараның икенсе өлөшөндә Миндәк, Вознесенка, Илсеғол һәм башҡа ауылдарҙан 11 оҫтабикә үҙҙәренең ҡорот рецебын тәҡдим итте.
Конкурс йомғаҡтары буйынса бөтә ҡатнашыусылар грамоталар һәм аҡсалата бүләк алып ҡыуанды.
– Йолаларҙы һаҡлау һәм үҫтереү, балаларҙы милли мәҙәниәт һәм аш-һыу үҙенсәлектәре менән таныштырыу маҡсатында бәйгене йыл һайын үткәрәсәкбеҙ, – ти белгес Лида Зевакина.
Фото: vk.com.