

Эштәр алты номинацияла ҡабул ителә:
Ҡатнашыу өсөн ғаризаны, шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡты һәм конкурс эшен электрон адресҡа бер хат менән ебәрергә кәрәк: konkurs_museumrb@mail.ru. Ул 2023 йылдың 20 ноябренә тиклем ҡабул ителә.
Һәр ҡатнашыусы бер генә эш тәҡдим итә ала. Видеороликтар 30 секундтан артмаҫҡа тейеш. Конкурс йомғаҡтары буйынса 12 еңеүсе билдәләнәсәк (һәр номинацияла төрлө йәш категорияларында икешәр кеше). Бүләкләү тантанаһы декабрҙә Милли музейҙа үтәсәк.
Ҡатнашыусылар – сертификаттар, ә еңеүселәр дипломдар менән бүләкләнә. Һуңғыларының эштәрен социаль селтәрҙәрҙә күрергә мөмкин буласаҡ.
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: 8(347)273-44-51.
Фото: vk.com.