

Сараны ойоштороусы – урындағы “Эрвел марий” йәмәғәт ойошмаһы. Ул милләт-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу, халыҡтарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм үҫтереү, һәләтле башҡарыусыларҙы һәм ижади коллективтарҙы асыҡлау маҡсаты ҡуйҙы.
Бәйгегә төбәгебеҙҙең Туймазы, Бәләбәй, Баҡалы, Шаран, Миәкә райондарынан, Октябрьский, Бәләбәй, Туймазы ҡалаларынан, Ырымбур өлкәһенән һәм Татарстан Республикаһынан 25 ғариза ҡабул ителде.
Балалар һәм өлкәндәр үҙҙәренең һәләттәрен ике номинация буйынса күрһәтте: халыҡ вокалы (шул иҫәптән фольклор һәм этнография) һәм хореография. Барыһы ла һәләтле, жюриға еңелдән булманы. Еңеүселәрҙе тәбрикләйбеҙ!