+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
31 Октябрь 2023, 09:35

"Кемдең ыҙмаһы бейегерәк?"

Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында уҡыусылар араһында "Беҙҙең өйҙөң йәме" тип аталған тәүге башҡортса квиз уйыны үткәрелде.

Уҡыусыларға үҙ ҡаҙандарында ғына ҡайнап ятмай, бүтән белем усаҡтарында уҡыған тиҫтерҙәре менән бергә төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнашып ҡарау мөмкинлеге ҙур хәҙер. Саралар ойошторолоп ҡына тора. Ҡатнаш та үҙеңдең белем кимәлен тикшереп ҡара, бүтәндәр менән сағыштыр, аралаш.

30 октябрҙә Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы ойошторған башҡортса квиз уйынына алты белем усағынан вәкилдәр саҡырылды. Мостай уҡыуҙары төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсының был номинацияһы буйынса викторина тәүге тапҡыр уҙҙы. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы, Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы, Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы, Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се башҡорт лицейы, «Смарт» 2-се республика күп йүнәлешле полилингваль  гимназияһы һәм, алыҫ араларҙы яҡын итеп, Әбйәлил районы Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия командалары килгәйне. Уҡыусылар өсөн башҡортса квиз тәүгә үткәрелде, шуға әҙерәк тулҡынланыу ҙа булғандыр.

Мостай Кәримдең тормошо һәм ижадына арналған интеллектуаль уйындың тәүге турында командалар үҙҙәре менән таныштырҙы. Гәрәбә буйынса беренсе булып, ғариповсылар һынау тотто. Әлбиттә, һәр команда был эшкә ижади ҡарарға тырышҡан, әҙиптең әҫәрҙәрендәге ваҡиғаларҙы, геройҙарҙы бөгөнгө менән бәйләп, ҡыҙыҡлы ғына сығыш яһанылар.

– Кемдең ыҙмаһы бейегерәк?

– 102-cе башҡорт гимназияһы шағирҙың тыуған яғы Келәшкә яҡын, бәлки, уларҙыҡылыр?

– 158-се гимназия бейек яр башында урынлашҡан, уларҙыҡы түгелме? – тип, кем еңеүсе буласағын күҙалланы улар.

Әлбиттә, һәр команда ныҡлы әҙерләнгәйне. Мостай Кәрим ижадын яҡшы белеүҙәрен күр­һәттеләр. Һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ.

Икенсе тур биш раундтан торҙо, һәр береһендә – етешәр һорау. «Сағылдарҙа имән нисек үҫһә, мин был ерҙә шулай үҫкәнмен» тигәне Мостай Кәримдең биографияһына ҡағылышлы ине. Экранда – һорауҙар, уҡыусылар уларға бер минут эсендә яуап бирергә тейеш. Икенсе раунд тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ: әҙиптең әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән фильмдарҙан, спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтелә һәм улар буйынса һорау бирелә. Мәҫәлән, «Һеңлекәш» фильмында кем төп ролде башҡара? Арыҫлан Ҡырымсурин. Ә бына был кадрҙағы дуҫтарын перәник менән алдарға маташыусы малайҙың исеме? Дөрөҫ, Вәзир. Шулай уҡ «Айгөл иле» спектакленән өҙөк, «Ярлыҡау», 1978 йылда Свердлов киностудияһында төшөрөлгән «Ай тотолған төндә» фильмынан кадрҙар күрһәтелде. Ә һеҙ, дуҫтар, ошо кинолар менән танышмы, квизда ҡатнашһағыҙ, һорауҙарға яуап бирә алыр инегеҙме? Яратҡан яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәрен уҡыу белемде арттыра, рухи донъябыҙҙы байыта, тормошто өйрәнергә булышлыҡ итә, шулай бит?!

Өсөнсө раундта экранда Мостай Кәрим ижады буйынса бирелгән һорауҙарға яуап бирергә кәрәк ине. Сәғәт текелдәй, минутты һанай. Тиҙ генә «Те яҡҡамы, бы яҡҡамы?» тип аптырап торған ҡыҙҙың исемен яҙырға кәрәк. Уның Әлфиә икәнен һеҙ, әлбиттә, беләһегеҙ. Ә бына киң танылған «Уҡытыусыма» йыры кемгә бағышланғанын күптәрегеҙ әйтә алмаҫ ине әле. Шиғыр Нәби Усмановҡа арнап яҙылған булған икән.

Әйткәндәй, был йыр уйын барышында ла яңғыраны. Асҡарҙан Азалиә Ғәлиуллина музыкаль күстәнәс итеп килтергәйне. Шулай уҡ командаларҙы 158-се башҡорт гимназияһынан Айһылыу Лоғманова, Тамсы Үтәбаева, Ғайсар Мөхәмәтйәнов, Асҡарҙан Искәндәр Хәлиловтарҙың матур сығыштары дәртләндерҙе.

Бирелгән тема буйынса бер-ике минут эсендә һәйкәл төҙөү иң ҡыҙыҡлы эштәрҙең береһе булғандыр. «Өс таған», «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Күкрәгемдән ҡоштар осорам» һәм башҡа әҫәрҙәрҙе нисек итеп һәйкәлгә әйләндерергә? Йәнә әҙәбиәт һөйөүселәр бер ҙә юғалып ҡалманы, сәхнәлә ижад емештәрен күрһәттеләр.

Башҡортса квиз уйыны тәүгә генә үткәрелһә лә һиҙелмәй ҙә бик матур уҙып китте. Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһы командаһы капитаны Азалиә Ғәлиуллина:

– Алдан ныҡлы әҙерләндек. Мостай Кәримдең китаптарын уҡыныҡ, биографияһын ҡабатлап өйрәндек. Бергә йыйылышып, белгәндәребеҙ тураһында һөйләштек. Шуға ла һорауҙар ауыр булманы. Икенсе урын алыуыбыҙға ла бик шатбыҙ, – тине.

2-се башҡорт лицейының IX Шайморатов исемендәге синыфынан Гөлдәр Хәбибуллина менән Розалина Яҡуповаға ла сара бик оҡшаған.

– Белгәнебеҙҙе күрһәттек, белмәгәнебеҙҙе белеп ҡайтабыҙ. Беҙҙең командала тағы ике егет: Ильяс Йәнбәков һәм Мирас Юлбирҙин. Ҡыҙыҡлы квиз уйынын ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, – ти ҡыҙҙар.

Баһалама комиссияһы азалары һәр раундтан һуң командаларҙың яуаптарын тикшереп барҙы. Һөҙөмтәлә, иң күп мәрәй йыйып, 2-се республика күп йүнәлешле полилингваль «Смарт» гимназияһы еңеү яуланы. «Йәншишмә» гәзитенең Почет грамотаһын һәм бүләктәрен Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһы командаһына тапшырҙыҡ.

158-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары беренсе башҡорт квиз-уйынын ойоштороп, өлгө күрһәтте. Артабан уның исемен матур ғына итеп үҙебеҙсә үҙгәртеп, башҡа әҙиптәр ижады буйынса ла ойошторорға һүҙ ҡуйышып таралышты әҙәбиәт һөйөүселәр.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас