

Ул быйыл 14-се тапҡыр ойошторолғайны. Ҡатнашыусылар һанының йылдан-йыл күбәйеүе йәш быуындың Мостай Кәрим ижадын яратыуын иҫбатлай.
«Йылдар эҙенән» интернет-викторинаһына Татарстандан, Ҡурған, Ырымбур, Силәбе, Свердлов, Һарытау, Һамар өлкәләренән, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан 10 мең 500 кеше ҡушылды!
Быйыл конкурстың яңы номинацияһы «Беҙҙең өйҙөң йәме» тип аталған башҡортса квиз уйыны булды. Унда республиканан 6 команда көс һынашты.
Бөгөн «Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн...» тасуири уҡыусылар һәм «Хәбәр көтәм...» видеороликтар конкурстары еңеүселәрен Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының тамаша залында тәбрикләнеләр. Шағир ижадын һөйөүселәрҙе ҡотларға абруйлы ҡунаҡтар саҡырылғайны. Шуларҙың иң көтөп алынғаны, әлбиттә, Мостай ағайҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова.
- Конкурсты йыл һайын күҙәтеп барам. Йылдан-йыл тематикаһы ҡатмарлаша, балалар шиғырҙарҙы төптән аңлап һөйләй. Уҡыусыларҙың атайымдың әҫәрҙәрен өйрәнеүе, конкурста ҡатнашыуы, әлбиттә, ҡыуандыра. Һеҙҙә йәмғиәтебеҙҙең, Башҡортостан халҡының киләсәген күрәбеҙ. Сөнки уҡыған кешеләр һәр ваҡыт алда. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер китап уҡыусылар әҙәйҙе, әммә быға тотонорға, уҡый башларға ғына кәрәк, был бик мауыҡтырғыс. Атайым ижад иткәндә, әлбиттә, һәр ваҡыт уҡыусыны күҙ алдында тотто. Уға үҙ һүҙенең уҡыусы йөрәгенә нисек тәьҫир итеүе бик мөһим ине. Уҡытыусыларға балаларҙы, студенттарҙы ошо конкурстҡа йәлеп итеүҙәре, кәңәштәрен биреүҙәре өсөн рәхмәт белдергем килә, – тине ул еңеүселәрҙе, призерҙарҙы һәм уларҙың етәкселәрен тәбрикләп.
Тантанаға Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Ильдус Фәнил улы Ҡаһарманов та килгәйне.
- «Мостай уҡыуҙары»нда былтыр 7 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡайны, быйыл – 11 меңдән ашыу. Был конкурс – әҙәбиәт һөйөүселәр тарафынан көтөп алынған сара. Сит өлкәләрҙә йөрөгәндә лә уҡытыусылар, «Мостай уҡыуҙары» ҡасан була, тип һорашып тора. Шуға күрә конкурс киләсәктә тағы ла үҫешәсәк, ҡатнашыусылар йылдан-йыл артасаҡ, тип әйтә алабыҙ. Уҡыусыларға, уҡытыусыларға киләсәктә тағы ла ҙур үрҙәр, уңыштар һәм бәхет теләйем, – тине ул үҙенең сығышында.
Ә еңеүселәр кемдәр һуң?
Шағирҙың әҫәрҙәрен тасуири һөйләүселәр араһында иң-иңдәр өс йәш категорияһында бүләкләнде. V – VI синыфтар араһында еңеүсе – Баймаҡ интернат-лицейынан Наилә Байегетова, уҡытыусыһы – Рәсимә Ғүмәрова.
VII – VIII синыфтар араһында Стәрлетамаҡтағы Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназиянан Алһыу Татлыбаева (уҡытыусыһы – Лилиә Юлгилдина) һәм Өфөләге 84-се татар гимназияһынан Тимур Бикбулатов (уҡытыусыһы – Альбина Азаматова) еңеүсе булды.
IX – XI синыфтар араһында иһә иң-иңдәре – Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбенән Лилиә Мәхмүтова (уҡытыусыһы – Айгөл Үтәбаева) һәм Архангел районы Архангелдәге 2-се мәктәптән Нәркәс Ғайсарова (уҡытыусыһы – Резида Маликова).
Әлбиттә, Мостай Кәрим ижадын яратыусылар бик күп, шуғалыр ҙа уның әҫәрҙәрен йөрәктәре аша үткәреп һөйләүсе призерҙар ҙа байтаҡ булды. Улар ҙа үҙ бүләктәрен алып илһамланды. Әйткәндәй, һәр береһенә «Рядом с Мустаем» тигән китап тапшырылды. Уны Мостай Кәрим исемендәге фонд ярҙамы менән «Уфа» журналы һәм «Уфимские ведомости» гәзите редакторы Галина Ишмөхәмәтова сығарған. Галина Ғәзим ҡыҙының балаларға әйткән бер кәңәше оҡшаны. «Әгәр киләсәктә яҙыусы булырға теләһәгеҙ, һеҙ интернетта ултырмағыҙ, ә гәзит-журналдарға яҙығыҙ», – тине ул.
Әйткәндәй, студенттар араһында еңеүсенең "Йәншишмә"нең йәш хәбәрсеһе Йәнгүзәл Зәйнуллина булыуы ҡыуандырҙы. Ул быйыл Өфө фән һәм технологиялар университетына уҡырға ингән.
«Хәбәр көтәм» видеороликтар конкурсында уҡыусылар араһында 3-сө «Сибай» республика полилингваль күп йүнәлешле интернат-гимназияһынан Наҙгөл Нафиҡованың эше иң шәбе тип танылды. Етәксеһе – Әлнисә Алдырханова.
Еңеүселәр һәм призерҙар Мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары менән бүләкләнде.
Алдағы йылда «Мостай уҡыуҙары» 15-се тапҡыр ойоштороласаҡ. Әҙерләнә тороғоҙ, дуҫтар. Халыҡ шағирының әйткән һүҙҙәре бар: «Китап уҡыған баланың күңеле матур була. Шиғыр уҡыған кешенең күңелендә насарлыҡ булмай». Әйҙәгеҙ, матурлыҡҡа ынтылайыҡ.