

"Конкурстың маҡсаты – балаларҙа һәм өлкәндәрҙә нәфис әҙәбиәткә һөйөү уятыу, тасуири шиғыр һөйләргә, сығыш яһарға өйрәтеү, Рәшит Назаровтың ижады менән таныштырыу. Еңеүселәрҙе тәбрикләү 2024 йылдың 14 декабрендә, Башҡорт теле көнөнө арналған тантаналы сара сиктәрендә, уҙасаҡ. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн сифатлы итеп төшөрөлгән видеокомпозицияларҙы «Бәйләнештә” социаль селтәрендәге шәхси сәхифәлә ҡуйырға, унан һылтанманы world@kurultai.ru почтаһына йә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ рәсми төркөмөнә ебәрергә кәрәк", - тип хәбәр итәләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан.
Конкурс өс этапта үтәсәк. Тәүгеһе 2024 йылдың 24 сентябренә тиклем бара. Ижади эштәр ҡабул ителәсәк. Икенсе этапта, 25 сентябрҙән 10 октябргә тиклем, һәр йәш төркөмөндә өсәр еңеүсе билдәләнәсәк. 10 октябрҙән 20-һенә тиклем "Бәйләнештә" селтәрендә тауыш биреү ысулы менән тамашасы һөйөүе номинацияһы буйынса еңеүсе асыҡланасаҡ.
Еңеүселәр өс йәш төркөмөндә билдәләнәсәк.
- 7 йәшкә тиклем;
- 8 - 17 йәш;
- 18 йәштән өлкәндәр.
Положение буйынса видеояҙмалар янына ошо хештегтарҙы ҡуйырға кәрәк:
#ВсемирныйКурултайБашкир #РашитНазаров #АургазинскийРайон #БашкирскийЯзык #Поэзия #Культура #СоюзПисателей